Новости
25 Декабрь 2019, 09:55

Башҡортостан рапирасылары Рәсәйҙә - беренсе!

Башҡортостан йыйылма командаһы Сочиҙа уҙған фехтование буйынса Рәсәй кубогы ярыштарында ҙур уңышҡа ҡаҙанып ҡайтты.

Улар рапира төрөндә дүрт алтын миҙал яуланы. Шәхси беренселектә Анастасия Иванова Олимпия уйындары чемпионы Инна Дериглазованы еңеп, төп призға эйә булды. Командалаш иптәше Аделина Заһиҙуллина өсөнсө урынға сыҡты. Шулай уҡ ир-аттарҙан яҡташыбыҙ Тимур Сафин финалда Дмитрий Жеребченконы алдырып, «алтын»лы булды. Бында ла республикабыҙҙан Тимур Арыҫланов бронза миҙал яуланы. Командалар беренселегендә лә беҙҙекеләр алдынғылыҡты бирмәне. Ҡатын-ҡыҙҙар, Анастасия Иванова, Аделина Заһиҙуллина, Аделина Бикбулатова һәм Элина Ибраһимова составында беренсе урын яулаһа, ир-аттар составында Тимур Сафин, Искәндәр Әхмәтов, Тимур Арыҫланов һәм Асҡар Хәмзин Рәсәй чемпионы булды. Афарин!

Фото:ТАСС

Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostan-rapirasilari-R-s-y--berense-53625/
Читайте нас