Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығындағы торлаҡ тәғәйенләнешендәге күсемһеҙ милек объекттарын теркәү бүлеге начальнигы урынбаҫары Лилиә ХАНТИМЕРОВА яуап бирҙе.
– Бала нисә йәштән бәлиғ булған тип иҫәпләнә һәм күсемһеҙ милеккә бәйле килешеү төҙөй ала?
– Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, балаға 18 йәш тулыу менән ул бәлиғ булған тип таныла һәм тап ошо йәштән тулыһынса юридик хоҡуҡлы тип иҫәпләнеп, күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙе үҙаллы төҙөй ала.
Шул уҡ ваҡытта гражданлыҡ хоҡуғы бәлиғ булмағандарҙы ике төркөмгә бүлеп ҡарай: 14 йәше тулмағандар (кесе йәштәгеләр) һәм 14 – 18 йәшлектәр. Икенсе категория тәүгеһенән гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәр төҙөгәндә киңерәк хоҡуҡҡа эйә булыуы менән айырыла. 14 – 18 йәшлектәр, Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ кодексына ярашлы, юридик хоҡуҡҡа өлөшләтә эйә һәм килешеү төҙөгәндә уларға ярайһы уҡ киң азатлыҡтар бирелә. Ошо төркөмгә ингән үҫмерҙәр үҙаллы договор төҙөй, документтарға ҡул ҡуя ала, әммә был ғәмәлдәрҙең барыһы ла ата-әсәнең йәки башҡа законлы вәкилдәрҙең яҙма ризалығы менән башҡарыла.
Кесе йәштәге граждандарҙың бындай хоҡуғы юҡ. Улар өсөн килешеүҙәрҙә ата-әсәләр йәки бүтән законлы вәкилдәр ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта 18 йәше тулмаған үҫмер ҙә эмансипация йәки никахҡа инеү һөҙөмтәһендә суд тарафынан тулыһынса юридик хоҡуҡлы тип таныла ала.
– Бала ҡатнашлығындағы килешеүҙе төҙөгәндә иң элек уның законлы вәкилен һәм был вәкиллекте иҫбатлаған документтарҙы асыҡларға кәрәктер…
– Бәлиғ булмаған баланың законлы вәкилдәре – ата-әсә йәки уны тәрбиәгә алған кешеләр. Ата-әсә, тәрбиәгә алыусылар булмаһа, шулай уҡ үҫмер ниндәйҙер сәбәп арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалһа, мәҫәлән, суд уларҙы ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итһә, йәки был кешеләр балаһын тәрбиәләүҙән баш тартһа, законлы вәкил итеп кескәй граждандар өсөн – опекун, 14-18 йәшлектәр өсөн попечитель тәғәйенләнә. Был кешеләр бала исеменән һәм уларҙың мәнфәғәтендә юридик әһәмиәтле ғәмәлдәрҙе башҡара.
Законлы вәкилдәр вәкәләттәрен тейешле документтар менән раҫлай: ата-әсәләр – паспорт һәм баланың тыуыу таныҡлығын, тәрбиәгә алыусылар иһә – баланы уллыҡҡа алыу тураһындағы таныҡлыҡ, опекундар һәм попечителдәр урындағы үҙидара органдары биргән документтарҙы тәҡдим итә. Бала аҫрауға алған ғаиләлә тәрбиәләнһә, опека һәм попечителлек органдарынан алынған ошо туралағы документ тапшырыла.
Әгәр үҫмер етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн тәғәйенләнгән дәүләт учреждениеһында йәшәһә, был учреждение етәксеһе уның опекуны булып тора һәм вәкәләтле органдың баланы ошо учреждениеға урынлаштырыу тураһындағы ҡарары нигеҙендә кескәй граждан исеменән һәм уның мәнфәғәтендә эш итә. Башҡа кеше учреждение исеменән эш итеү вәкәләттәрен раҫлаған ышаныс ҡағыҙы тәҡдим итергә тейеш.
Шулай итеп, күсемһеҙ милек объекттарына бәйле хоҡуҡтарҙы һәм килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүен һорап мөрәжәғәт иткәндә, 14 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар исеменән ғаризаны һәм башҡа тейешле документтарҙы уларҙың законлы вәкилдәре тапшыра, килешеүҙәргә лә улар ҡул ҡуя. 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәр иһә, законлы вәкилдәренең яҙма ризалығы менән, килешеүгә үҙаллы ҡул ҡуя, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә ғаризаны, башҡа документтарҙы ла үҙаллы тапшыра.
Тағы ла бер мөһим мәлгә иғтибар итергә кәрәк: ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, бәлиғ булмаған баланың күсемһеҙ мөлкәтен тартып алыу буйынса килешеүҙәр мотлаҡ нотариаль раҫланырға тейеш.
– Нотариус аша килешеү төҙөү мотлаҡ булғанда опека һәм попечителлек органдарының ризалығын алырға кәрәкме?
– Күсемһеҙ милеккә бәйле килешеү төҙөгәндә опека һәм попечителлек органдарының ризалығы һәр саҡ мотлаҡ кәрәк. Нотариус аша килешеү төҙөгәндә лә был талап үтәлергә тейеш.
– Күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәр буйынса тағы ла ниндәй осраҡтарҙа опека һәм попечителлек органдарынан рөхсәт кәрәк?
– Бәлиғ булмаған баланың мөлкәтен тартып алғанда йәки ҡуртымға, түләүһеҙ файҙаланыуға биргәндә, залогка һалғанда; бәлиғ булмаған бала хоҡуғынан, шул иҫәптән милек хоҡуғындағы өлөштө өҫтөнлөклө һатып алыу хоҡуғынан, хосусилаштырыуҙа ҡатнашыуҙан, мираҫтан баш тартҡанда; баланың мөлкәтен бүлгәндә; кескәй граждан эйә булған мөлкәттең кәмеүенә килтергән башҡа килешеүҙәрҙә.
– Ата-әсәһе менән бергә йәшәгән бәлиғ булмаған йәштәге бала, фатир милекселәре иҫәбенә индерелмәһә, был фатирҙы һатыу өсөн опека органының ризалығы кәрәкме?
– Милексе хоҡуғынан файҙаланыусы хоҡуғын айыра белергә кәрәк. Беренсе осраҡта бала килешеүҙә ҡатнашыусы булып тора, шуға ла опека органынан рөхсәт кәрәк. Икенсеһендә – ул килешеүҙә ҡатнашмай, әммә “өсөнсө берәмек”тәр категорияһына ҡарай, йәғни фатирға бәйле килешеү төҙөгәндә уның хоҡуҡтарына ҡағылыуҙары ихтимал. Бала ата-әсәһеҙ ҡалғанда һәм (йәки) опекаға, попечителлеккә бирелгәндә генә, опека органынан рөхсәт ҡағыҙы талап ителә. Был осраҡта баланың хоҡуғы боҙолоуы, уның торлаҡһыҙ ҡалыу хәүефе бар, сөнки фатирҙы һатҡанда унда теркәлгән кешеләрҙең барыһы ла иҫәптән төшөрөлә.
– Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы күсемһеҙ милек килешеүҙәренең тағы ла ниндәй үҙенсәлектәре бар?
– Рәсәй ҡануниәтендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы ҡайһы бер милек килешеүҙәре тыйыла. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 37-се статьяһындағы 3-сө пунктҡа айырым иғтибар бирергә кәрәк. Унда билдәләнеүенсә, опекун, попечитель, уларҙың хәләл ефеттәре һәм яҡын туғандары, аҫрауға алған балаға мөлкәтте бүләк итеү йәки түләүһеҙ файҙаланыуға биреү осраҡтарынан тыш, уларға бәйле килешеү төҙөргә, шулай уҡ аҫрауға алған бәлиғ булмаған бала менән опекундың йәки попечителдең хәләл ефете йә иһә яҡын туғандары араһында килешеү төҙөгәндә, суд эштәрен алып барғанда, ошо бала мәнфәғәттәрен сағылдырырға хоҡуҡһыҙ.
Тимәк, бәлиғ булмағандар менән уларҙың законлы вәкилдәре араһындағы түләүле килешеүҙәр тыйыла. Ошо нормаға ярашлы, законлы вәкилдәр (йәки уларҙың туғандары) балаға күсемһеҙ милкен (йә иһә дөйөм милек хоҡуғындағы өлөшөн) бүләк итә, йәғни түләүһеҙ килешеүҙәр генә төҙөй ала.
Йәнә бер тыйыу – Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 575-се статьяһына ярашлы, законлы вәкилдәр кесе йәштәгеләр исеменән теге йәки был мөлкәтте бүләк итә алмай, баланың мөлкәт хоҡуғын түләүһеҙ кәметеү ҙә рөхсәт ителмәй. Күсемһеҙ милек буйынса килешеү төҙөү өлкәһендә балаға ҡағылған тағы ла бер хәүеф бар. Ул әсәлек капиталына бәйле.
– Фатир һатып алғанда, әсәлек капиталының ҡулланылыуын йәки ҡулланылмауын нисек тикшерергә була?
– Фатир әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланып һатып алынһа, сертификат хужаһы милекселәр иҫәбенә хәләл ефетен һәм бөтә балаларын индерергә тейеш. Әгәр быны эшләмәһә, әсәлек капиталы тураһындағы законды һәм бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын боҙған. Прокуратура, опека органдары йәки Пенсия фонды судҡа мөрәжәғәт итә ала. Әйткәндәй, һатып алынған фатирҙа өлөш сыҡмаған өсөн үпкәләгән ир ҙә дәғүә белдерергә хоҡуҡлы. Шуға әсәлек капиталы аҡсаһын файҙаланғанда ошондай хәлдәрҙе алдан күҙалларға кәрәк.
– Тағы ла ниндәй кәңәшегеҙ бар?
– Теге йәки был килешеүҙе төҙөгәндә ҡануниәттә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы килешеүҙәрҙе ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныу өсөн бер нисә нигеҙ барлығын хәтерҙә тотоу шарт. Улар – 14 йәше тулмаған бала менән килешеү төҙөү; ата-әсәнең йәки тәрбиәгә алыусының яҙма ризалығы булмай тороп, 14 – 18 йәшлек үҫмерҙәр менән килешеү төҙөү; әсәлек капиталы тураһындағы законды боҙоу.
Күсемһеҙ милеккә бәйле ғәмәлдәрҙе башҡарғанда, хәүефһеҙлек сараһын күрергә, документтарҙы ентекле тикшерергә кәрәк. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы килешеүҙәрҙә билдәле бер сикләүҙәрҙең булыуын һәр саҡ иҫәпкә алыу фарыз. Законға ярашлы, килешеү төҙөү өсөн законлы вәкилдең яҙма ризалығы, опека һәм попечителлек органының рөхсәте кәрәк икән, был документтарҙы мотлаҡ талап итегеҙ. Документтарҙы алдап тултырыуҙан һаҡланыу өсөн был органдарға үҙегеҙ барып, бәлиғ булмағандың законлы вәкилдәре тураһында ентекле мәғлүмәтте алыу мөмкинлеге бар. Онотмағыҙ: закон талаптарына яуап бирмәгән килешеү ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныла, уны теркәүҙән баш тартасаҡтар.