Новости
25 Декабрь 2019, 09:49

Артем Мазов комментарий яҙған, был хәбәрҙе полиция тикшерә

Республиканың мәғлүмәт порталдарының береһендә яҙылған был фекер ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирҙәрҙе һанламауы хаҡында.

Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, комментарий хужаһының, ысынлап та, Артем Мазов булыуы икеле. Сөнки сайттарҙа авторизация үткән ваҡытта документтар талап ителмәй. Шунлыҡтан фекер ҡалдырыусылар үҙҙәре теләгән исем аҫтында теркәлә ала.

Әлеге ваҡытта редакция программистары менән берлектә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса махсус "К" идаралығы был комментарий хужаһын эҙләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 октябрҙә ике улы менән зым-зыя юҡҡа сыҡҡан ир тураһында мәғлүмәт өсөн 500 мең һум аҡса вәғәҙәләйҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Artem-Mazov-kommentariy-ya-an-bil-h-b-r-e-politsiya-tiksher-53112/
Читайте нас