1. Яңы йылды ғаиләгеҙ йә иһә яҡын туғандарығыҙ менән ҡаршылағыҙ.
2. Өҫтәл өҫтөндәге япма аҡ төҫтә булһын, уңыш килтерер.
3. Ғаиләгеҙҙе тағы ла берләштергегеҙ килһә, табын өҫтәленең аяҡтарын еп менән бер-береһенә бәйләгеҙ.
4. 1 ғинуарҙа һауыт-һаба йыумағыҙ, юғиһә байлыҡты "йыуып" төшөрөрһөгөҙ.
5. Өҫтәлдә ватыҡ, сатнаған һауыт-һаба булмаһын.
6. Йыл буйына бай йәшәгегеҙ килһә, өҫтәлегеҙ ризыҡтан һығылып торһон. "Сысҡан" ризыҡ күп булған ерҙе ярата.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.