Новости
24 Декабрь 2019, 09:10

Ҡышҡыһын һаҡал йөрөтөү хәүефле!

Ҡыш көнө Һаҡал йөрөтөүҙең бер насар яғы бар икән– грипп осорондаһаҡалда бактериялар үрсей. Һаҡал уларға үрсеү өсөн бына тигән урын икән.

Сәләмәтлек һаҡлау департаментының беренсе медицина-санитария ярҙамын күрһәтеү белгесе Андрей Тяжельников, шул сәбәпле, ир-атҡа грипп һәм ОРВИ ваҡытында һаҡал йөрөтмәҫкә ҡушҡан. Кеше, сирләгәндән һуң һауығып киткән осраҡта ла, һаҡалда ҡалған бактериялар арҡаһында, ҡабат ауырып китергә мөмкин. Һаҡалдағы инфекцияның ҡосаҡлашҡан, үбешкән ваҡытта икенсе кешегә күсеүе лә ихтимал.

Фото: google.ru

Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ish-i-in-a-al-y-r-t--h-efle-51055/
Читайте нас