Новости
24 Декабря 2019, 09:05

Өйрәнәйек әле йыр

Зилә Лира репертуарынан һеҙ яратып тыңлаған йыр.

Добавить в предпочтительные источники Google

ПАР ҠАНАТТАР

Сөләймән Муллабаев һүҙҙәре,

Рәмил Мәүлитов көйө.

Зилә Лира репертуарынан

1. Пар ҡанаттар ҡағыналар

Даръяһында тормоштоң.

Белмәй улар, аңлай алмай,

Яңғыҙлыҡтың һағышын, һағышын...

Ҡушымта:

Пар ҡанаттар, пар ҡанаттар,

Һынмағыҙ, бөгөлмәгеҙ!

Үҙәк өҙгөс көҙгө елдә

Һыңарлап өҙөлмәгеҙ

2. Пар ҡанаттың ҡәҙерен белеп,

Талпынығыҙ күктәрҙә.

Бергә саҡта тормош йәмле,

Яңғыҙ ҡалғас, нишләргә, нишләргә?

Ҡушымта:

Пар ҡанаттар, пар ҡанаттар,

Һынмағыҙ, бөгөлмәгеҙ!

Үҙәк өҙгөс көҙгө елдә

Һыңарлап өҙөлмәгеҙ

3. Яңғыҙлыҡтың хәле ауыр,

Парһыҙ ҡанат ҡағынһаң.

Йырлап күңел астыраһың,

Янһа йөрәк һағыштан, һағыштан...

Ҡушымта: шул уҡ

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/yr-n-yek-le-yir-51280/
Читайте нас