Әммә, магазиндың икенсе бер хеҙмәткәре, янсыҡты асып ҡарап, 4 мең һум аҡса һәм банк карточкалары барлығын күреп, уларҙы үҙләштереү маҡсатында мәкерле план ҡора.
Ҡатындың быға тиклем дә хөкөм ителгән өйҙәше, үҙе магазинда күренеп йөрөгөһө килмәй, нисектер ышандырып, бер танышын күндерә. Уныһы үҙен аҡса юғалтҡан ирҙең исем-шәрифен әйтеп танытып, алдап ясыҡты алып сыға
“Хәйләле операция”ның тиҙ осона сыға хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре. Суд була. Мут һатыусы 5 мең һум штраф менән ҡотола, ә уның өйҙәше бер йылға иркенән мәхрүм ителә.