Новости
24 Декабрь 2019, 13:10

Туҡмағандар, талағандар... элиталы мәктәптә

Өфөнөң элиталы мәктәбендә ғәҙәттән тыш хәл булды. ЮНЕСКО-ға ҡараған 45-се мәктәптә буллинг тураһындағы мәғлүмәт раҫланған.

Дүртенсе класс уҡыусыһын өлкәнерәк балалар кәмһеткән, рәнйеткән, туҡмаған, аҡсаһын талап алған, ҡурҡытҡан. Өҫтәүенә үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуға мәжбүр иткәндәр. Әсәһе Еленаның әйтеүенсә, ҡыҙы ҡурҡышынан оҙаҡ ваҡыт өндәшмәгән. Әлеге мәлдә баланы рәнйеткән енәйәтсел төркөмдә ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә асыҡланмаған. Елена башҡа ата-әсәләрҙе балалары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә саҡыра, хәүеф тураһында иҫкәртеүҙәрен һорай.
“Әгәр ҙә ғәйеплеләр йәшереп ҡалдырылһа, бындай хәлдең тағы ла ҡабатланыуы, фажиғәгә олғашыуы ихтимал. Ҡыҙымдың сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаны”, - тип борсола әсә. Был йәмһеҙ ваҡиғаның шаңдауы оҙаҡҡа барыр төҫлө, власть органдары уны контролгә алған.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас