

. БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты никотин ҡатнашмаһы һатылыусы нөктәләргә контроль мониторинг үткәрҙе. Уҙған аҙнаның башында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Халыҡ контроле» активистары Өфөнөң ун сауҙа үҙәгенә рейд үткәреп, шуларҙың һигеҙендә «снюс» һатылыуын асыҡланы. Был продукт кәштәләрҙә күренеп ятмаһа ла, уны һатып алыусының һорауы һәм паспорты буйынса һатҡандар.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙарҙың ҡайһы берәүҙәре республика Башлығы Радий Хәбировтың үтенесенә формаль рәүештә генә яуап биргән. Өҫтәмә рейд ваҡытында һигеҙ нөктәнең икәүһендә никотинлы кәнфит һатылыуы тураһындағы мәғлүмәт раҫланған. Сауҙа нөктәләренең хужалары менән аңлатыу эштәре һөҙөмтәһендә уларҙы һатыуҙы тулыһынса туҡтатыуға өлгәшлегән.
«Әлеге ваҡытта закон кимәлендә никотинлы ҡатнашмаларҙы һатыуға тыйыу булмаһа ла, эшҡыуарҙарҙың күбеһе уның граждандарҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн хәүефле булыуын аңлай һәм һатыуҙан ала. Бөгөнгө рейд та быны раҫлай, иҫкәртеү әңгәмәһе алып барғандан һуң, бөтә сауҙа нөктәләре лә артабан «снюс» һатыуҙан баш тартты. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк, был тауар һатылған урындар тураһында белһәгеҙ, 8 (347) 218-09-87 телефонына шылтыратып, хәбәр итеүегеҙ һорала», – ти БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.