Новости
24 Декабря 2019, 06:00

Сәнскенән шыршы күргәнегеҙ бармы?

Яңы йылға халыҡ, ғәҙәттәгесә, дәртләнеп әҙерләнә. Ойошма һәм учреждение биналарында, йәмәғәт урындарында береһенән-береһе матур шыршылар ҡуйыла, гирляндалар менән биҙәлә. Һоҡланып туйғыһыҙ матурлыҡҡа күмелә донъябыҙ.

Бына Рәсәй почтаһы бүлексәләренең береһендә ҡуйылған шыршы ла клиенттарҙы битараф ҡалдырмаған. Уны фотоға төшөрөп, интернетҡа һалғандар. “Хатта Рәсәй почтаһының да Яңы йыл кәйефе тыуған” тип комментарий ҙа яҙғандар.

Ысынлап та, ил халҡы фантазияһының сиге юҡ. Быға тиклем сәнскенән шыршы күргән юҡ ине, уныһын да күрҙек. Сираттағы ҡупшыҡай нимәнән булыр икән?


Фото "Бәйләнештә" социаль селтәренән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/S-nskest-n-shirshi-k-rg-nege-barmi-49475/
Читайте нас