

Уңайлыҡ өсөн һәр район-ҡала административ үҙәгендә үтәсәк саралар "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталында «Яңы йыл календары — 2020» бүлегенә һалынған. Саралар "Башҡортостан - спорт, туризм, мәҙәниәт һәм һаулыҡ биләмәһе" девизы аҫтында үтәсәк.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, республикала төрлө саралар күпләп үтәсәк. Музейҙар эшләйәсәк, уларға бушлай үтергә мөмкин буласаҡ, экскурсиялары түләүле.
Календарҙа һәр район-ҡалала, ауыл биләмәләрендә үтәсәк байрамдар теҙмәһе менән танышырға мөмкин.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән