Новости
24 Декабря 2019, 12:35

Ояһында ни күрһә...

Балалар баҡсаһында эшләгән танышым яңыраҡ үҙенең төркөмөндә булған хәлде һөйләп аптыратты. Өс бәләкәй малай, өҫтәл тирәләй ултырып, араҡы эсеү күренештәрен эләкләй икән. Береһе ҡоя, икенсеһе “ҡабымлыҡ” әҙерләй, сәкәштереп, эсеп ебәрәләр. Береһе дөрөҫ һөйләшә белмәһә лә: “Ох, һәйбәт китте бит әй!” – ти икән. Танышым, уларҙың уйынына ҡарап, хатта аптырап та, бер аҙ юғалып та ҡалдым, ти. Аптырарлыҡ та шул: өйҙәрендә күргән күренеште бала балалар баҡсаһына килеп күрһәтә.

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле лә. Бөгөн күпселек ата-әсә, ҡунаҡҡа барғанында бәләкәй балаһына тиклем ултырғыс ултыртып, үҙ янынан урын бүлеп, өҫтәл түренә ултырта. Алдына төрлө-төрлө тәмлекәстәр һалынһа ла, күрәһең, бала өсөн ризыҡ танһыҡ түгел, ә ололарҙың нисек ҡунаҡ булыуы ҡыҙыҡ, шуға күрә иптәштәре алдында “ололарса” ҡыланыуы, ҡулына рюмка тотоп, “һелтәп” ебәреүенә һис тә аптырарға кәрәкмәй.

Хәтеремдә, беҙ бәләкәйерәк саҡта беҙҙең урамда йәшәүселәр һуғым аштарына көн һайын йөрөр ине. Һәр өйҙән берәр бала ҡунаҡ саҡырған йортҡа барабыҙ. Ҡайҙа инде беҙгә төпкө бүлмәгә инеү ҙә әсәйҙәр менән бергә өҫтәлгә ултырыу. Ундай күренеш бөтөнләй булманы. Алғы бүлмәлә балаларҙы йыйып, бер туҫтаҡ аш ашатырҙар ине лә, ҡулыбыҙға берәр, йә булмаһа икешәр кәнфит-печенье тоттороп, урамға уйнарға сығыр инек. Иң мөһиме – киске урамға сығыу, күмәкләшеп тау шыуыр өсөн генә атай-әсәйҙәргә эйәреп, ҡунаҡҡа бара торғайныҡ. Ни тиһәң дә, улар һуғым итен тәмләгәндә, беҙгә рәхәтләнеп уйнау мөмкинлеге булыр ине. Ә бөгөн ата-әсә балаларын үҙҙәре менән ҡунаҡҡа йөрөтөүҙе ҙур мәртәбә һанай.

Бәлки, уларҙы ҡалдырырға кешеләре, йә булмаһа урын да юҡтыр, уныһы менән дә килешәм. Әммә күпселек табын түренә шешәләр ҡунаҡлаған урында, гәлсәр бокал­дар сыңлаған ергә уларһыҙ барыу күпкә әһәмиәтлерәктер. Ни тиһәң дә, артабан уларҙың ни эшләүен балалары ҡабатламаһын өсөн дә.

Һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә эскән килеш сабыйҙарына ҡул күтәргән атайҙар, ҡатыны менән ғауға күтәргән саҡта әсәһен яҡлаған ҡыҙына йәки улына һуғыу, эскән ата-әсәләрҙең балалары ҡарауһыҙ ҡалыуы, мәктәпкә йөрөй алмауҙары хаҡында хәбәрҙәр йыш күренә. Ошо күренештәрҙең барыһын да бала күңеленә һеңдерә бара, йөрәге аша үткәрә һәм бер көндә ошондай уҡ яҙмышты ҡабатламаҫ, тип кем әйтә ала?! Бөгөн беҙ әсәһенә ҡул күтәргән, уның һуңғы аҡсаһын урлап йәки талап эскән балаларын ғәйепләйбеҙ, күптә­ренең эшһеҙ ятыуына, ата-әсә­һенең пенсия аҡсаһын көтөп, уны алғас та “йыуып” алыуҙары­на күнегеп тә киттек буғай. Нисектер шулай булырға тейеш кеүек тә күренә.

Гөлсинә улын яңғыҙы ғына үҫтерҙе, шунлыҡтан һәр һораған әйберен, һәр теләген үтәргә тырышты. Бала бәләкәйҙән әсәһенән кәрәкме-түгелме әйберҙе илап та, еңмешләнеп тә алдырыр ине. Мәктәпкә барғас та, улының уҡырға теләге булманы. Был юлы ла әсә бар ғәйепте уҡытыусыларға япһарҙы, имеш тә, улар уҡыта белмәй, шуға күрә малайының белем алыуға ынтылышы юҡ. Туғыҙынсы класты көс-хәл менән бергәләшеп тамамлағас, йәнә меҫкен әсә, мул ғына аҡса түләп, бер балаһын уҡыу йортона индерҙе. Дәрескә йөрөмәгән, имтихандарҙы тапшырмаған егет тәүге курстан уҡ ҡыуылды.

Берҙән-бер улын хан балаһылай күргән Гөлсинә уны әрмегә ебәрмәҫ өсөн ниндәй генә сирҙәр уйлап сығарманы, әллә күпме дауахана ишеген тапаны. Туғандары ла әйтеп ҡараны, “әрмелә сынығыу алыр, ебәр үҙ итәгеңдән” тигән һүҙҙәрен ишетергә лә теләмәне ул. Әле әзмәүерҙәй ир ҡорона еткән ул әсәһе елкәһендә ята. Ә бит уға тиҙҙән 26 йәш тула. Ни белеме, ни һөнәре юҡ. Кәләш алыр ине лә, уға кем барһын, эшкә төшөр ине лә, теләге юҡ, әле булһа һаман әсәй елкәһендә йәшәүен дауам итә. Был осраҡта улының шулай үҫеүендә әсә генә ғәйепле, артыҡ иркәләү, баланың һәр теләген үтәү аҙаҡ төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға алып килә. Сабый тәүге көндән үк үҙе өсөн бар нәмәне үтәргә әҙер кешене күрә, уны үҙ файҙаһына “ҡуллана” башлай. Аҙаҡ уның йәшәү рәүешенә әйләнә.

Психологтар белдереүенсә, ата-әсәһе эскән ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар кеүек яңғыҙ әсәләр (барыһын да бер ҡалыпҡа һалып булмай, әлбиттә) үҫтергән баланың күңеле буш, бәғерҙәре ҡаты булып үҫеүе мөмкин, сөнки уларҙың тормошта үҙ юлын таба алмауында күпселек осраҡта төп сәбәпте эскесе ата-әсәһенән һәм яңғыҙ үҫтергән әсәһенән күрә. Ә тап ундайҙар йәшәйеште дауам итә алырмы? Һеҙҙән фекерҙәр көтәбеҙ!
Автор: Кәримә УСМАНОВАhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/oya-ynda-ni-k-r-/
Читайте нас