Фажиғә урынына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Өйҙә ҡатындың 46 йәшлек улын тап итәләр, әсәһен ул үлтергәндер, тип шик аҫтына алалар. Сөнки уның иҫерек килеш мәрхүмәнең кәүҙәһе янында бер нисә сәғәт ултырғанлығы асыҡлана. Шулай уҡ ирҙең кеше һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләнеп, алдан да хөкөм ителеүе билдәле була.