- Биләмәбеҙ халҡы "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһына ҡушылыуы тураһында күп яҙғайныҡ.
Былтыр Билал мәктәбе тәҙрәләрен алмаштырыу өсөн тырыштыҡ. Ә быйыл иһә биләмә халҡы "Беларус" тракторы алыу өсөн бар тырышлығын һалды. Ауыл менән сходтар үткәрелде, аҡса йыйылды. Халыҡ араһында төрлө һүҙҙәр ҙә булып алды.
Ниһәйәт, бөгөн беҙҙең күмәкләп көткән МТЗ - 82.1 "Беларус" тракторы килеп тә етте!
Беҙ рәхмәт һүҙебеҙҙе аҡсалата ярҙам иткән Билал биләмәһе халҡына, ауыл хакимиәтенә, ауылдаштар, шәхси эшҡыуарҙар Гөлнара Байрамғолова, Илдар Күсәрбаев, Айҙар Хамматовҡа рәхмәтлебеҙ!
Һәр саҡ шулай ауылыбыҙҙың патриоттары булып ҡалайыҡ! Алда беҙҙе "ППМИ - 2020" көтә! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bilaldar-i--y-n-s-n-be---ushilabi-53019/