Новости
24 Декабрь 2019, 12:00

Ата-әсәне тәрбиәләп буламы? (Тест)

Баланы тәрбиәләүҙә ата-әсәнең роле баһалап бөткөһөҙ икәнен беләбеҙ. Баланың шәхесен үҫтереү ҙә, холоҡ-фиғилен тәрбиәләү ҙә – бик яуаплы һәм оҙайлы хеҙмәт.

Түбәндәге һорауҙарҙы иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм уларға асыҡтан-асыҡ яуап бирергә тырышы­ғыҙ. Балағыҙ өсөн һеҙ ниндәй тәр­биәсе икәнлегегеҙҙе асыҡлай алыр­һығыҙ.

А- Шулай итәм һәм һәр ваҡытта ла
Б- Шулай итергә тырышам, әммә гел түгел
В- Булдыра алмайым

1. Тота килеп, бөтә эштәрегеҙҙе ҡуйып, балағыҙ менән генә шөғөлләнә алаһығыҙмы?

2. Йәшенә ҡарамай, балағыҙ менән кәңәшләшәһегеҙме?

3. Балағыҙға ҡарата хата ебә­ре­үегеҙҙе үҙенә белдерә алаһы­ғыҙмы?

4. Үҙегеҙ хаҡ булмағанда, бала алдында ғәфү үтенәһегеҙме?

5. Балағыҙҙың тәртибе сығыры­ғыҙҙан-сығарған саҡта тыныс ҡала­һығыҙмы?

6. Үҙегеҙҙе бала урынына ҡуйып ҡарайһығыҙмы?

7. Бер минутҡа ғына булһа ла үҙегеҙҙең изге фәрештә, сихырсы икәнегеҙгә ышана алаһығыҙмы?

8. Балағыҙға, үҙегеҙ менән бала саҡта булған күңелһеҙ, әммә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә берәй ваҡиға хаҡында һөйләйһегеҙме?

9. Баланың күңелен яраларлыҡ һүҙҙәрҙән һәр ваҡытта ла тыйылып тора алаһығыҙмы?

10. Яҡшы тәрбиә өсөн уның теләген үтәргә вәғәҙә итәһегеҙме?

11. Балағыҙға үҙе нимә теләй, шуны эшләргә яраған берәй көн билдәләп, үҙегеҙ ҡыҫылмай түҙә алаһығыҙмы?

12. Балағыҙ икенсе бер балаға һуҡһа, типһә йәки уны нахаҡҡа рәнйетһә, өндәшмәй ҡалаһығыҙмы?

13. Үҙ һүҙен һүҙ итәм тип, әллә ни кәрәкмәгән әйберҙе таптырып илаһа, баланың теләген үтәүҙән тыйыла алаһығыҙмы?

Килеп сыҡҡан яуаптарҙы иҫәпләп, ҡушығыҙ: “А” яуабы – 3 мәрәй, “Б” яуабы – 2, “В” – 1 мәрәйҙән иҫәпләнә.

30-ҙан 39 мәрәйгә тиклем. Балағыҙ – тормошоғоҙҙағы иң ҡәҙерле зиннәт. Һеҙ уның хәленә инеү генә түгел, уны һәр яҡлап белергә, өйрә­нергә тырышаһығыҙ, уны ихтирам итәһегеҙ, мөмкин тиклем яҡшыраҡ тәр­биәләргә теләйһегеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, һеҙ дөрөҫ юлды һайлаған­һығыҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өмөт итә алаһығыҙ.

18-ҙән 30 мәрәйгә тиклем. Балағыҙҙы ҡайғыртыу – һеҙҙең өсөн иң мөһиме. Һеҙҙә тәрбиәсе һәләте бар, әммә тормошта һеҙ уны эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатҡа ярашлы ҡулланмайһығыҙ. Ҡайһы берҙә үтә ҡаты ҡыланаһығыҙ, ә ҡайһы осраҡта үтә йомшаҡ мөғәмәләлә булаһығыҙ. Өҫтәүенә һеҙ тәрбиәүи тәьҫирҙе кәметеүсе килешеүҙәргә әүәҫһегеҙ. Һеҙгә балағыҙҙы тәрбиәләү юлдары хаҡында етди уйланырға кәрәк.

18 мәрәйҙән аҙыраҡ. Бала тәрбиәләүҙә етди проблемаларығыҙ бар. Һеҙгә балағыҙҙы шәхес итеп үҫтереүҙә йә белем, йә теләк етмәй. Педагог һәм психологтарҙан ярҙам һорарға йәки ғаилә тәрбиәһенә ар­налған мәҡәләләр менән танышырға кәңәш итәбеҙ.

Фото: liwli.ru
Читайте нас