“Уфа1” сайты хәбәрселәре белдереүенсә, Артем баҫмала үҙе тураһында донъя күргән яҙмаларҙың береһе аҫтында комментарий ҡалдырған.
"Бар проблема шунда: һеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ысын ир-егет ҡылығы тип үҙегеҙ көткәнде генә иҫәпләйһегеҙ. Тимәк, ир кеше һеҙ теләгәнде башҡарһа, ул ысын ирҙәрсә эшләгән тип һанайһығыҙ" тип яҙған үҙен Артем Мазов тип таныштырған кеше.
Был яҙма менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының “К” идаралығы ҡыҙыҡһынған. Яҙманы 11 декабрҙә ҡалдырғандар. Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге енәйәттәрҙе асыу менән шөғөлләнгән “К” идаралығы белгестәре сайттың программистары менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм яҙма ҡалдырған кешене табышыуҙы һораған.
Бөгөн асыҡланыуынса, уны Артем Мазовтың яҙыуы ихтималлығы үтә бәләкәй тип хәбәр иткәндәр.
"Сайтта кешеләрҙең паспорт мәғлүмәттәрен талап итмәйһегеҙ бит. Шуға күрә теләһә кем нимә теләй шуны яҙа ала. Ғәҙәттә, йәшенгән кешеләр интернетта эҙ ҡалдырмай", - тигән идаралыҡ белгестәре.
Шулай, мөғжизәгә тулы Яңы йыл байрамы алдынан да мөғжизә булмаҫмы? Бәлки ҡайтып инерҙәр...