Новости
23 Декабрь 2019, 09:03

Юл фажиғәләре - 21 декабрь

21 декабрҙә республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, 21 кеше травмалар алған.

Дүртөйлө районында ике пассажир ҡатындың һәләк булыуы хаҡында алдан хәбәр иткәйнек.

Иртән сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә Нуриман районында "Ford Transit" автобусы юлда торған ВАЗ-2106 машинаһына барып бәрелгән. Уның 43 йәшлек водителе ВАЗ-2107 машинаһын һөйрәтер өсөн, үҙенең автоһына трос эләктереп торған булған. Автобус ошо ярҙамсыл кешенең ғүмерен өҙгән...

Вахта автобусының пассажирҙары зыян күрмәгән.

Әбйәлил районында киске сәғәт етенсе яртыларҙа Таҡһыр-Гусево автоюлының 3-сө саҡрымында 46 йәшлек ир йөрөткән ВАЗ-2104 машинаһы юлдан осоп төшөп, ағасҡа барып һуғылған. Водитель йәрәхәттәр алған, ә уның 36 йәшлек пассажиры "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. Водителдең иҫерек булғанлығы билдәле.

15 минуттан ошо уҡ районда тағы бер авария була. Асҡар-аэропорт автоюлының 7-се саҡрымында ҡара-ҡаршы килгән "Skoda Fabia" менән ЗАЗ "Chance" машиналары бәрелешә. ЗАЗ-дың 21 йәшлек водителе, уның 27 йәшлек пассажиры авария булған ерҙә һәләк була. "Skoda"ның да 53 йәшлек пассажиры ла (ҡатын кеше) йән бирә. Икенсе водитель менән уның ике пассажиры төрлө йәрәхәттәр алған. ЗАЗ-дың да ике пассажирына медицина ярҙамы күрһәтелгән. Һәләк булған һәм йәрәхәттәр алған кешеләрҙең барыһы ла Әбйәлилдеке...

Бер сәғәттән һуң Яңауыл районында 35 йәшлек ҡатын (Нефтекамск ҡалаһыныҡы) "Лада XRAY" машинаһында 22 йәшлек ҡыҙҙы тапай. Водителдең һүҙе буйынса, йәйәүле юл ыңғайы китеп барған, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған...

Тәүлек эсендә эскән килеш машина йөрөткән 43 водитель тотолған, урланған автомобиль эҙләп табылып, хужаһына ҡайтарылған.

Фото: Д.З.Ғилметдинов.

Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-21-dekabr-49536/
Читайте нас