

Йәш балалы ғаиләнең йортҡа ысын шыршы ултыртыуҙан баш тартыуы хәйерле. Әлбиттә, ысын шыршының, яһалмаға ҡарағанда, матурлығы, хуш еҫе ни тора.
Шыршы ҡойолоусан, уның энәләре баланың тын юлына эләгеүе мөмкин. Тағы бер хәүеф – бәләкәстә аллегрия тыуҙырыуы бар.
Әгәр ҙә өйгә ысын шыршы ултырттығыҙ, ә балағыҙ бер сәбәпһеҙҙән йүткерә, тымауҙан ыҙа сигә, йәше ҡойола икән, урман ҡупшыҡайы менән хушлашырға кәрәк.
Тағы ла ағаста йоҡоға талған бөжәктәр булыуы мөмкин. Улар, һыуыҡтан йылыға ингәс, уянырға һәләтле. Уянып алғас баланы тешләүе лә бар.
Ысын шыршыны балалар бүлмәһенә урынлаштырырға ярамай, ти белгестәр. Һәм йортта ике аҙнанан артыҡ тотмаҫҡа кәрәк.
Фото: социаль селтәрҙәр.