Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығындағы 5-се полиция бүлексәһенә баш ҡалалағы автомобилдәрҙе йыуыу ойошмаһынан “Рено Логан”ды ҡыуып алып киткәндәре хаҡында хәбәр итәләр.
Өфөлә йәшәгән 29 йәшлек ир машинаһын төндә йыуһындар өсөн ҡалдырған була. Ә спиртлы эсемлектәр ҡулланған хеҙмәткәр “тимер ат”ҡа ултырып китеп, уны Инорстағы урамдарҙың береһендә ҡалдыра ла ҡаса, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Әле егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Йәш кешенең спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы, ошо сәбәпле закон боҙоуы тиҫтерҙәренә фәһем булһа ине: “йәшел йылан” бер ҡасан да яҡшылыҡҡа алып бармай.