Иң яҡшы тракторист, янғын һүндереүсе, урмансы, парикмахер. Үҙ һөнәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән белгестәрҙе тәбрикләү тантанаһы төрлө йүнәлештә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерҙе. Улар араһында ҡотҡарыусы Илдар Мостафин да булды. Яҡташыбыҙ «Һөнәр оҫтаһы» Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
Республикала 2012 йылдан уҙғарылған конкурса йөҙәрләгән белгес ҡатнашты. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән бәйге еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
Социаль тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү сараһы бер юлы дүрт конкурсты берләштерҙе. Ғәҙәти һөнәр оҫталарын билдәләүҙән тыш быйыл «Иң яҡшы остаз» бәйгеһе лә ойошторолдо.
Ленара Иванова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: “Иң яҡшы остаз" конкурсын тәүге тапҡыр үткәреп ҡәнәғәт ҡалдыҡ, сөнки бәйгелә ҡатнашырға күп кеше теләк белдерҙе. Остаздар эшмәкәрлеге бик мөһим, сөнки тап улар яңы эшкә килгән йәштәргә ярҙам итә”.
Бүләкләнгән предприятиелар исемлегенә социаль эшмәкәрлеге менән юғары күрһәткестәргә ирешкән ойошмалар инде. Ваҡытында эш хаҡы түләгән, лайыҡлы эш урындары булдырған, хеҙмәткәрҙәрҙең үҫеше өсөн көс һалған предприятиелар иғтибар үҙәгендә булды.