Новости
23 Декабрь 2019, 08:10

Гүзәл Уразова менән Радик Юлъяҡшинды нимә бәйләй?

Былтыр был йырсылар араһында тауыш-ғауға булып алғайны, иҫләйһегеҙҙер.

Гүзәл Уразова Радик Юлъяҡшинды бергә башҡарған "Красивая, хорошая" йырының хоҡуҡтарын үҙенә алыуында ғәйепләне. Бер йыл уҙғас, артистар дуҫлашырға булған. Был хаҡта Гүзәл Инстаграм аша хәбәр итә.

"Татар йыры" фестивале матбуғат конференцияһында беҙҙең Радик Юлъяҡшин менән булған аңлашылмаусанлыҡты тағы иҫкә алдылар. Ҡайһы берәүҙәр уны һаман да яһалма пиар тип уйлай икән. Яһалма түгел, ысын хәл булды, дуҫтар! Әммә башҡаса ҡабатланмаһын ине. Хәҙер беҙҙең арала барыһы ла яҡшы. Салауат ағай менән дә дуҫлашты Радик", – тип яҙа Гүзәл.

Бынан тыш, ул беҙҙе тиҙҙән әлеге дуэттан яңы йыр көтөүен иғлан итте. Был юлы артистар нимә башҡарыр? Уныһы әлегә сер булып ҡала.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас