Уны БР Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк. Кәңәшмәлә БР башҡарма власы, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың төбәк органдары етәкселәре ҡатнаша. Сарала торлаҡ-коммуналь хужалығындағы, юл-транспорт комплексындағы хәлдәр, муниципалитеттарҙың Яңы йылға әҙерлеге тикшереләсәк. Видео конференцияһында ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән Өфөләге пассажирҙар ташыуҙы системаға һалыу йомғаҡтары, ауылдарҙағы мәҙәни-мәшғүллек векторҙары ҡараласаҡ. Шулай уҡ төҙөлөшкә рөхсәтте электрон хәлдә биреү мөмкинлеге һәм башҡа һорауҙар тикшереләсәк. Кәңәшмәнең тура тапшырыуын "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙҙә ҡарарға мөмкин. "Ютуб"тағы трансляцияға һылтанма - https://vk.cc/aa0dfk Фото: "Бәйләнештә" селтәренән