Новости
23 Декабрь 2019, 09:20

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре Маузир Ғиниәтуллин арабыҙҙан китте

Яр Саллы ҡалаһының “Ағиҙел” башҡорт-татар йәмғиәте ойошмаһы рәйесе Маузир Ғиниәтуллин вафат булды.

Был турала уның улы, билдәле музыкант, саксофонсы Артур Ғиниәтуллин соцселтәрҙә хәбәр итте. “Атайым сәләмәтлегенә зарланманы. Бөгөн ул әсәйем менән театрға барған, ҡапыл йөрәге ауыртып китә һәм әсәйҙең ҡулында баҡыйлыҡҡа күскән, "-тип яҙа ул. Улы әйтеүенсә, Маузир Ғиниәтуллинды һуңғы юлға Яр Саллы ҡалаһында 23 декабрҙә оҙатасаҡтар. Ул үҙенең тыуған яғында- Аҙнаҡай районы Сарлы ауылында ерләнәсәк. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Маузир Ғиниәтуллин һәммәһенең хәтерендә изге йөрәкле, асыҡ күнелле кеше, абруйлы шәхес булып ҡалыр. Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bild-le-y-m--t-eshm-k-re-Mauzir-ini-tullin-arabi-an-kitte-49390/
Читайте нас