+21 °С
Болотло


Был турала Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов "Instagram"дағы сәхифәһендә яҙып ҡуйған.
Бер нисә көн элек ул шунда уҡ хәбәр итеп, тауыш биреүҙе башлап ебәргәйне. Әле "за" һәм "против"тар билдәле булған.
Халыҡтың 89 проценты 31 декабрҙә эшкә бармау өсөн ыңғай тауыш биргән. Миңлеханов ҡарарға ҡул ҡуйған, әммә 31-е өсөн бер ялды эшләргә ҡушҡан. Шулай итеп, татар туғандар 28 декабрҙә эшләй, 31-ендә ял итә.
Ә беҙҙә нисек булыр?
Фото: vk.com