Был хәл Салауат ҡалаһында булған. “Автоһәүәҫкәрҙәрҙең юридик грамоталылығын күтәреү” клубы, “ЧП", "ДТП” төркөмдәре вәкилдәре, шулай итеп, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, училищелар буйлап “Балаларҙың хәүефһеҙлеге” тигән социаль акция үткәргән. Ярай әле, үрҙә әйтелгән автомат, бомба муляж булған. Юғиһә, был хәлдәр ысынбарлыҡта теркәлһә, ҡот осҡос бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был акцияның һөҙөмтәләре ҡыуанырлыҡ түгел. Бик ныҡ теләгәндә шикле әйберҙәрҙе теләгән бер ойошмаға индереү мөмкинлеге асыҡланған.
Иң беренсе пункт булған балалар поликлиникаһында һаҡсы акция үткәреүселәргә иғтибар ҙа итмәй, гәзит уҡып ултырған. “Бында ни эшләп ултыраһың?” - тигән һорауға ул: “Тәртип һаҡлайым”, – тип яуап биргән. “Ә ниңә шикле күренгән әйберҙәр күтәреп йөрөгән ирҙәргә хатта ҡараманығыҙ?” – тигән һорауға яуап бирә алмаған.
Колледждағы һаҡсы паспорт һораған, тик уның юҡлығы хаҡында ишеткәс, документтарының “мәғлүмәт”тәрен ирҙәрҙең яттан әйтеүе буйынса ғына яҙған. Ирҙәрҙе медицина часында, балалар баҡсаларында хатта туҡтатып та тормағандар. Тағы шуныһы һағайта: бер ойошмала ла тимер уйынсыҡ автоматты металл эҙләүсе ҡорамал "күрә" алмаған. Ә бына Салауат медицина колледжында, 4-се, 18-се, 11-се, 19-сы мәктәптәрҙә шикле кешеләрҙе индермәгәндәр.
“Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы колледжға, мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына бирәһегеҙ икән, улар хәүефһеҙлек йәһәтенән тулыһынса тәьмин ителгән тип уйламағыҙ”, – тигән активистарҙың береһе.