Билдәләнеүенсә, киләсәктә был үҙәк бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итә аласаҡ.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡты физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү бурысы ҡуйҙы, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. – Һәм бөгөн был үҙәкте асып, беҙ үҙебеҙҙә етди ярыштар үткәреүгә дәғүә итә алабыҙ. Был спортты популярлаштырыу йәһәтенн бик мөһим эш.
Шорт-трек үҙәге төҙөлөшө 2012 йылда башланғайны. Тик төрлө сәбәптәр буйынса ул бер нисә тапҡыр туҡтатылды. Эштәр бер йыл элек йәнә яңыртылды һәм бөгөн бина, ниһайәт, сафҡа инде.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.