Новости
22 Декабрь 2019, 07:00

Мулла... рэп уҡый

Туймазы ҡалаһынан Тимур Шәбәкәев үҙенсәлекле шөғөлө менән социаль селтәрҙәрҙә башҡаларҙың иғтибарын яуланы.

Егет “Әл – Фатиха” мәсете имам-хатибының ярҙамсыһы. Ул ислам дине тураһында рэп уҡырға ярата, бигерәк тә Мөхәмәт бәйғәмбәр тураһында.

Халыҡ фекере икегә бүленде: кемдер йәш быуынға вәғәз уҡыу өсөн рэп яҡшы ысул, тип һанаһа, икенселәр мулланың ижадына ҡаршы сыҡҡан.

Ә һеҙ был хаҡта ни уйлайһығыҙ?

Фото: социаль селтәрҙәр.

Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Mulla-rep-u-iy-46109/
Читайте нас