Был ауыр юғалтыу хаҡында улы, музыкант Артур Ғиниәтуллин хәбәр итә. Уның әйтеүенсә, атаһының һаулығы менән проблемаһы булмай. “Театрҙа саҡта ҡапыл йөрәге тотоп, әсәйемдең ҡулында йән биргән...” – тип яҙа улы. Ул Дубайҙан Яр Саллыға ҡайтырға сыҡҡаны тураһында хәбәр итә.
Мәүзир Ғиниәтуллин башҡорт менән татар халҡы араһында дуҫлыҡ-татыулыҡты нығытыуға бөтөн күңелен, көсөн һала торғайны, һәр сарала ихлас ҡатнашты. Ҡәрҙәшебеҙ тыуған ерендә – Аҙнаҡай районының Һарлы ауылында ерләнәсәк. Йәнегеҙ йәннәттә булһын, Мәүзир Мирхәт улы...