Новости
21 Декабрь 2019, 19:00

Бөгөн иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн

21 декабрҙән 22-һенә ҡарата төн — йылдағы иң оҙон төн. Был күренеш ҡышҡы ҡояш торошо тип атала. Йыл эсендә ике ҡояш торошо – ҡышҡы һәм йәйге. Төньяҡ ярымшарҙа ҡышҡы ҡояш торошо 21 йәки 22 декабргә тура килә. Быйыл ул 21-гә декабргә тура килә. Шуға күрә бөгөн – иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн.

Ата-бабаларыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Йыл барышында ул дүрт байрамды: ике ҡояш торошон һәм ике көн менән төндөң тигеҙлеген билдәләгән. Тап ошо байрамдар төрлө мөһим эштәргә башланғыс биргән.
22 декабрь астрономик ҡыштың башы тип иҫәпләнә. Иртәгә яҡты көн арта башлаясаҡ.
Читайте нас