Новости
22 Декабрь 2019, 15:15

11 йәшлек малайҙы эҙләйҙәр

Иглин районында 20 декабрҙән бирле туғандары 11 йәшлек Иван Искибаевты эҙләй. Был турала урындағы “Балаларҙы эҙләү” ирекмәндәре социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Ивандың билдәләре: буйы 125-130 сантиметр тирәһе, күҙҙәре асыҡ төҫтә, сәсе һарғылт, ҡыҫҡа. Сығып киткән ваҡытта малайҙың өҫтөндә ҡыҙыллы-күкле куртка, башында буй һыҙатлы шапка, камуфляж төрткөлө ыштан, аяғында ҡара ҡышҡы итек була.
Һүрәттәге малайҙы күреүселәр, белеүселәр булһа, 02, 020 һандары буйынса полицияға йәки “Башҡортостан балаларын эҙләү” дежур бүлегенә – 89279698919, 89173835687 һандарына шылтыратыу һорала.
Фото: Иглиндағы “Балаларҙы эҙләү” ойошмаһы.
Автор: Аклима Гизатуллина

Читайте нас