Новости
21 Декабрь 2019, 06:45

Тауыш бир, Сәйҙә!

Силәбе өлкәһенең Сатка ҡалаһында йәшәүсе Зинфира Дусова үҙенең йәшлек әхирәтен эҙләй.

«Мин 70-се йылдарҙа Урта Азияла Башҡортостандан бер ҡыҙ менән танышып, уның менән төҙөлөш ойошмаһында байтаҡ ҡына эшләп, бергә йәшәнек. Һуңынан ул тыуған яғы - Сибай эргәһендәге бер ауылға ҡайтып китте. Хат алышып торҙоҡ. "Улым Таһир тыуҙы", - тип яҙғайны. Артабан беҙҙең бәйләнештәр өҙөлдө. Минең адресым да алмашынды. Бер - беребеҙҙе юғалттыҡ. Социаль селтәрҙә таныштар аша ла һорашып ҡараным. Үкенескә күрә, әхирәтем тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт таба алманылар. Ул ҡыҙ – 1948 йылғы Сәйҙә Ишмурзина. Был ҡатынды белеүселәр булһа, миңә хәбәр итһендәр ине. Инде нисә йылдар үткәс, бер күрешеп, һөйләшергә ине. Тауыш бир, Сәйҙә!»– тип яҙып ебәргән ул «Йәшлек» гәзитенә ебәргән хатында.

Сәйҙә Ишмурзинаны , бәлки, белеүселәр барҙыр. Хәбәр итегеҙ. Земфира Дусованың адресы редакцияла.

Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Tauish-bir-S-y-46579/
Читайте нас