Новости
21 Декабрь 2019, 17:30

Сысҡан йылы етеп килә!

Сысҡан йылы (ҡайһы бер халыҡтарҙа - Ҡомаҡ йылы) - ун ике йыллыҡ циклдан торған һәм һәр береһе айырым йәнлек исеме менән йөрөтөлгән йыл иҫәбе - мөсәлдең беренсе йылы.

Һуңғы тапҡыр Сысҡан йылы 2008 йылда булған. Яңы мөсәл башы, йәғни, киләһе Сысҡан йылы, 2020 йылда башлана.

Башҡорттар Ислам ҡабул иткәс, Ай календары менән файҙаланған, әммә ун ике йыллыҡ цикл да йәшәүен дауам иткән. Көнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар йыл сифаттарын кешегә күсереп, күрәҙәлек итмәгән, тик уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булып ауыҙ-тел ижадына инеп ҡалған.
Википедиянан.
Читайте нас