Новости
21 Декабрь 2019, 06:00

Әсәйҙең дә була төрлөһө...

- Оятһыҙ, ул һине тыуҙырған, үҫтергән, төндәрен йоҡламаған, ә һин хәҙер шәп булып алғас, һөйләшмәйһеңме?

Ошоноң кеүек һүҙҙәрҙе таныштарҙан да, таныш булмаған кешеләрҙән дә йыш ишетәм. Тик ғаиләбеҙҙәге хәлде белмәгән кеше мине барыбер бер ҡасан да аңламаясаҡ.
Әсәйем мине яңғыҙы үҫтерҙе. Бында ул үҙе ғәйепле. Атайымды артынан үҙе йөрөп өйләндергән, тип һөйләгәйне өләсәйем. Өйләнеү менән ауырға ҡала һалған. Имеш, бала булһа, атайым уны ташлап китмәйәсәк. Тик мөхәббәт булмағас, был ҡылығынан бер файҙа сыҡмай, миңә ике йәш саҡта атайым беҙҙе ташлап сығып китә. Ошонан һуң уны әсәйем дә, мин дә күргәнебеҙ булманы.
Атайым ташлағас, минең кәрәгем ҡалмай. Юҡ, ул мине бер кемгә лә бирмәне, үҙе үҫтерҙе. Әммә хәҙер уйлайым да, балалар йортона тапшырһа, күпкә бәхетлерәк булыр инем, моғайын. Мин, бәләкәй генә бала, уның бәхетенә арҡыры торҙом. Артыҡ йән булып, уға шәхси тормошон яйға һалырға ҡамасауланым. Мин быларҙы уйлап сығармайым, әсәйем бәләкәй саҡтан был һүҙҙәрҙе әйтеп кенә торҙо.
- Һин булмаһаң, әллә ҡасан кейәүгә сығыр инем. Балалы бисә кемгә кәрәк инде? – тип күпме илатты икән ул мине.
Ул ғүмерем буйы минең менән ҡәнәғәт булманы. Буйға ҡыҫҡаһың, йәмһеҙһең, йырлай ҙа, бейей ҙә белмәйһең, отличник түгелһең... Ниндәй генә битәр һүҙҙәре ишетмәнем. Һәр аҙымым, уныңса, дөрөҫ түгел ине.
Рәхмәт, туҡмаманы. Тик мораль яҡтан баҫыуы физик ауыртыуға ҡарағанда күпкә ауырыраҡ бит. Үҙеңде эшкинмәгән, артыҡ тип үҫеү бик ауыр.
Ҙурайғас та туҡтаманы ул. Уҡырға ҡалаға китеп ҡотолормон кеүек ине, тик булманы. Ул көн һайын шылтыратып отчет талап итте. Телефонды алмаһаң, килеп етә һәм дуҫтарым алдында оятҡа ҡалдырып, кәмһетә башлай. Кейәүгә сығып ҡотолормон тинем, юҡ бында ла тыныслыҡ бирмәй. Иремде тәүге көндән оҡшатманы.
- Үҙең кеүек эшкинмәгәнде тапҡанһың, - тине.
Ҡунаҡҡа ҡайтһаҡ, яҡты йөҙөн күрһәтмәне. Үҙе килһә, аҙналар буйы йәшәп, арабыҙға ҡыҫылды. Минең ауырға ҡалғанды белгәс, бөтөнләй ҡыҙып китте. “Үҙегеҙҙе ҡарарға ҡулығыҙҙан килмәй, ниндәй бала һиңә? Әргендек ирең ташлап китер әле үҙеңде, бар, аборт яһат”, - тине.
Тыңламаным. Бала тыуғансы нервымды бөтөрөргә сәбәп эҙләп кенә торҙо. Бер әрләшкәндән һуң, ҡан баҫымым күтәрелеп, сабыйым бер айға алдараҡ тыуҙы. Ошо арҡала һаулығы менән проблемалары күп ине. Сирле баламды дауаларға тырышам, ә әсәйем миңә уны ташларға ҡуша. “Инвалид бала менән ташлаясаҡ ирең, ҡалдырып кит дауаханала, кемгә кәрәк ул”. Иң яҡын кешемдән ярҙам, яҡшы һүҙ көткәндә ошоларҙы ишеттем. Ҡайғырып һөтөм бөттө, төндәр ҙә, көндәр ҙә йоҡоһоҙға әйләнде. Әлдә ирем һәйбәт, ул миңә ныҡ ярҙам итте. Бергәләп тырыша торғас, ҡыҙым һауыҡты, аяҡҡа баҫты.
Әммә әсәйем тынысланманы. Ҡыҙымдың саҡ ҡына кәмселеген күрһә лә, миңә әйтә, битәрләй башлай. Һуң ултырҙы, һуң атланы, һуң һөйләшә башланы... Ҡыҙым да уға ярай алманы. “Шулай инде, әсәһе эшкинмәгән булғас, балаһынан нимә көтөргә инде?”- һәр нәмәгә яуабы шул.
Ә бер көндө ике йәшлек ҡыҙым менән уға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Һәр ваҡыттағыса эш һүҙ көрәштереүгә барып етте, тағы ныҡ итеп кәмһетте. Шул көндө әсәйемә үпкәләп, ҡыҙған баштан тәүге тапҡыр үҙемдең балама ҡысҡырҙым, бер-икене һуғып ташланым, аҙаҡ ирем менән талаштым. Төнө буйы уйланып сыҡҡас, шуны аңланым: уның арҡаһында минең тормошом ағыулана. Әсәйем кеүек балама ҡысҡырҙым. Ә бит мин ундай булмаясаҡмын тип күпме анттар бирә инем үҙемә. Һәм ныҡлы ҡарарға килдем: әсәйем менән башҡа аралашмайым.
Тәүҙә ауыр ине, намыҫым да тынғы бирмәне. Тик әкренләп тормошом яйға һалынды. Тынысландым, ирек тойғоһо кисерә башланым. Эйе, әсәйем әрләшеп тә, илап та ҡараны, тик үҙ һүҙемдә ныҡ торҙом.
Әле аралашмауыбыҙға бер йыл була һәм миңә... шул тиклем рәхәт. Күршеләр аша хәлен белешеп торам, ул һаман элеккесә мине яманлап һөйләп йөрөй. Йөрөһөн, иҫән-һау булһын, тик миңә генә башҡа теймәһен...
(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәре).
Фото: p-space.com.ua
Автор: Альфия Мингалиева.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-y-e-d-bula-t-rl-46813/
Читайте нас