Хеҙмәттәштәре лә йоҡлатмаған. Уның ойоп китеүен күреү менән уята башлағандар һәм химик һаҡланыу сараһы кейгән килеш йүгерергә, иҙәнгә таянып ҡалҡыныу күнекмәһен яһарға ҡушҡандар. Билдәле булыуынса, йоҡламаған кеше үҙенең ни эшләгәнен белмәй. Өс тәүлек ял күрмәү психика өсөн етди йоғонто яһай.
Әйткәндәй, Шәмсетдинов ҡарауылды тапшырыр алдынан иҙәндә йоҡлап киткән була. Уны ҡабаттан уятҡандар. Ә посты тапшырыр ваҡытта ул, ҡоралын тапшыраһы урынға, эргәһендә булғандарға ут аса. Хәҙер егет үҙенең был ҡылығына ныҡ үкенә. Хатта уны ныҡ кәмһеткән Данил Пьянковты ла йәлләй.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары Шәмсетдиновтың тәнендә төрлө туҡмалыу эҙҙәре булыуын билдәләгән. Уларҙың ҡайһылары күптән түгел генә булған, элеккеләре лә бар. Был фажиғәнең сәбәпсеһе "бабайсылыҡ" булыуын раҫлай. Адвокаттар тикшереү аҙағына яҡынлашыуын хәбәр итә. Яҡын көндәрҙә барлыҡ материалдар прокуратураға ебәреләсәк. Бынан һуң суд буласаҡ һәм Шәмсетдиновҡа хөкөм ҡарары сығарыласаҡ.
Фото Интернет селтәренән алынды.