Бала менән ҡатын ғәйеп булғас, уның яҡындары Әлиәнең тиран иренән ҡасыуы тураһында хәбәр иткәйне. Был һүҙҙәр дөрөҫ булып сыҡты, сөнки аңлатмаһында ҡатын үҙе лә ошо турала яҙа. Бына нимә ти:
“17 декабрҙән 18 декабргә ҡарай төндә ирем менән талашҡас, мин баланы алдым да өйҙән киттем. Такси саҡырттым һәм “Алтын тирмә” ҡунаҡханаһына барҙым. Унда ҡунғас, 18 декабрҙә бер тәүлеккә тип ҡуртымға фатир алдым. Әлегә шунда йәшәйем. Ирем һәм туғандарым минең ҡайҙа икәнлекте белеүен теләмәйем. Ирем менән йәшәргә теләмәйем, айырылырға йыйынам. Ул улымды балалар баҡсаһына йөрөтөргә рөхсәт итмәй. Миңә эшкә сығырға ла ҡушмай. Улым минең менән. Беҙ иҫән-һау, бер кем дә янаманы, көсләп тотманы”.