Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере ҡыйыла.
Дүртөйлө - Нефтекама юлының 26-сы километрында 45 йәшлек Ишембай водителе идара иткән MAN йөк автомобиле «Лада Гранта» менән ҡапма-ҡаршы килеп бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль кюветҡа оса, ике ҡатын-ҡыҙ пассажир фажиғә урынында йән бирә. 62 йәшлек водитель ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштре бара.
ЮХХДИ, тәбиғәт торошо үҙгәреү сәбәпле, юлдарҙа һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә саҡыра.