Мәҫәлән, илдә продукция шул саҡлы күп етештерелеп, сауҙа ойошмалары тауар менән шыплап тултырылған да уларҙы һата алмай яфа сигә. Һөҙөмтәлә аҡса әйләнеше кәмей, сауҙа ойошмаларының ҡайһы берҙәре ябыла, ә етештереүсе продукция күләмен сикләргә мәжбүр була. Был – бер.
Икенсенән, тауарҙарҙың һатып алыусы тапмай ятыуы ҡулланыу баҙарының финанс ҡытлығы кисереүе менән бәйле. Дөрөҫ, был сәбәп – баҙар иҡтисады үҫешкән илдәр өсөн ят күренеш, сөнки уларға финанс ҡытлығы хас түгел, һәм продукция эшләп сығарыу ҙа иң элек ихтыяжды өйрәнеү менән бергә алып барыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙҙең ҡулланыу баҙары Көнбайыш илдәренеке менән ярыша алмай әле, һәм быны инҡар итеү мөмкин түгел. Төрлө сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, халыҡтың килеме кәмей, шуға күрә кешеләр аҡсаһын һаҡсыл тотонорға мәжбүр. Әммә был проблеманы хаҡтарҙы төшөрөү иҫәбенә генә хәл итеү отошло алым һаналмай, сөнки арзан тауарҙың сифаты шикле, һәм ул йә оҙаҡҡа сыҙамай, йәки һаулыҡҡа зыян килтерә. Ундай хәлдәр иһә йышая бара.
Ҡулланыу баҙарын финанс ҡытлығынан арындырыуҙың берҙән-бер юлы – халыҡтың килемен арттырыу сараһын хәстәрләү. Әйтергә кәрәк, ил иҡтисады ундай мөмкинлектән мәхрүм түгел. Мәҫәлән, эш хаҡын күтәреү. Әйткәндәй, 90-сы йылдарҙа уҡ әле белгестәр эш хаҡына етди реформа үткәреү зарурлығы тураһында мәсьәләне бер нисә тапҡыр күтәреп сығыуға ҡарамаҫтан, уға ҡолаҡ һалыусы табылманы. Ә бит был – баҙар иҡтисадының, әйтергә яраһа, императивы! Шулай уҡ пенсия йәшендәгеләргә (8,6 мең һумға йәшәп булмай) өҫтәп түләү тәртибен индерергә мөмкин һ.б.
“Ошо йылдарҙа республика кешелек ҡеүәтен үҫтереү, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, иҡтисади үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу, инфраструктураны яҡшыртыу кеүек биш йүнәлештә алдынғы төбәктәр рәтенә сығырға тейеш”, тип бурыс ҡуйҙы республика Башлығы Радий Хәбиров яңы вазифаға тотоноуға бәйле тантанала. Ә бит ошо йүнәлештәрҙең береһен дә ҡулланыу баҙарынан айырып ҡарау мөмкин түгел. Беренсенән, кешелек ҡеүәте тап һөҙөмтәле, юғары етештереүсәнле хеҙмәттә асыла; икенсенән, уңайлы мөхитте лә аҡса-тауар мөнәсәбәттәренән тыш күҙ алдына баҫтырыу мөмкин түгел. Халыҡ ҡулланыуына сығарылмаһа, ихтыяж тапмаһа, иҡтисади үҫештең кәрәге ҡалмай.
Фото:
r11.fssprus.ru