Новости
20 Декабрь 2019, 19:10

Ҡар таҙартыусы техника машинаны иҙгән...

Стәрлетамаҡта уйламаҫтан урамда бәлә була. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыусы машина артҡа биргәндә килгән машинаны шәйләмәй, күрәһең.

Һөҙөмтәлә махсус техника ВАЗ-2109 машинаһына барып менә. Инцидент эргәнән үтеп барған машинаның видеорегистраторына ла эләгә. Ҡазаланған автомобиль эсендә өс егет ултырған була. Бәхеткә күрә, улар мөғжизә менән иҫән ҡала. Ә бына еңел машина арыу уҡ зыян күрә: алғы өлөш ныҡ иҙелә.
Ҡыш осоронда ҡала урамдарында, трассаларҙа махсус техника даими эшләп тора, шуға күрә рулдәгеләр тағы ла иғтибарлыраҡ булһын ине. Һаҡланғандың һағы ята, ти бит халыҡ әйтеме лә.
Фото: UfasityNews.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас