Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: яҡташ үҫмер Face һәм Morgenshtern кеүек артистарҙың йырҙарына кавер-версия башҡарып, йәмәғәтселектә киң танылыу яуланы. Уның бер клибын тәүлегенә 15 меңдән ашыу кеше ҡараған, тип яҙҙылар яңылыҡтарҙа.
"Донъяла матур йырҙар күп, улар булырға тейеш тә, - тигән Басков тапшырыуҙа ҡатнашҡан рэп йырсыһы Моргенштейнға ҡарап, - һинең йырыңа клиптар эшләргә батырсылыҡ итәләр икән... тимәк, 13 йәшлектәрҙе илһамландыра алаһың".
Популяр эстрада йондоҙоноң фекере күптәрҙеке менән ауаздаштыр, бәлки, тик был темаға бәхәсләшеү мотлаҡ түгел тип уйлайым, сөнки һәр кемдең үҙ зауығы,үҙ моңо. Үҫмер үҙенә ыңғай шөғөл тапҡан, ваҡытын маҡсатлы үткәрә икән, бик мәслихәт.