Бөтәһе ете бүләк уйнатылды. Беренсе бүләк - сәйнүкте 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенән Л.Ибәтуллина отто, башҡа йөҙләгән квитанция араһынан уның яҙылыу квитанцияһын тартманан Фәрит Йосопов алды. Башҡа квитанцияларҙы Ғәлиә Шәрипова тартып сығарҙы. Р.Дәминова (1-се мәктәп), И.Саҙриева (мәғариф бүлеге), С.Туҡтарова (башланғыс мәктәп), А.Исмәғилева ("Жилкомсервис" йәмғиәте), Гөлсирә Хәйбуллина (Йәлембәт ауылы), Г.Яҡшысарова (финанс идаралығы) - бына улар беҙҙең тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ һәм, әлбиттә, бәхетле бүләк отоусыларыбыҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, район гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ә киләһе, быйылға һуңғы бүләктәр уйнатыу 25 декабрҙә буласаҡ.