Новости
20 Декабрь 2019, 09:15

Яңы йыл кисәһенә нимә кейергә?

Өфө ҡыҙы – билдәле мода белгесе, Беренсе каналдағы “Модный приговор” тапшырыуын алып барған Эвелина Хромченко Яңы йыл кисәһенә ярашлы кейем һайлау буйынса кәңәштәре менән уртаҡлашты.

Эвелина Хромченконың исеме мода, шоу-бизнес, журналистика донъяһында яҡшы таныш. Ул 13 йыл рәттән “L’Officiel” журналының рус телендә нәшер ителгән ва­риантының баш мөхәррире вазифаһын башҡара. 2007 йылдан Беренсе каналдағы “Модный приговор” ток-шоуын алып бара. Даими рәүеш­тә зауыҡлы кейенеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, лекциялар уҡый. Әйткәндәй, 2013 йылдан Эвелина Леонидовна Мәскәү дәүләт уни­верситетының журналистика факультетында ла уҡыта.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл айҡанлы яҡташыбыҙ биргән кәңәштәр, моғайын, күпселек гүзәл зат өсөн ҡыҙыҡлы булыр.

l Йәтеш кенә ҡара күлдәк – бер ҡасан да моданан сыҡ­май торған кейем. Ул еңһеҙ, асығыраҡ яурынлы “футляр” йәки затлы гипюр булыуы ла ихтимал.

l Байрам айҡанлы һай­лаған кейемегеҙ карьерағыҙға ҡама­саулап ҡуймаһын. “Әгәр хужа­ғыҙ ҡатын-ҡыҙ затынан икән, унан матурыраҡ булыр­ға тырышмағыҙ. Бының эҙем­тәһе насар булыуы ихтимал”, – ти Эвелина.

l Былтырғы байрамға кейгән күлдәгегеҙ ни тиклем ныҡ оҡ­шаһа ла, уны кейергә ты­рышмағыҙ. Әгәр яңы аксес­суарҙар өҫтәп, сәсегеҙгә прическа яһап ебәрһәгеҙ, хеҙ­мәттәш ирҙәр быны, бәлки, шәйләмәҫ, ә бына ҡатын-ҡыҙҙар шунда уҡ хәтеренә һалып ҡуясаҡ.

l Әгәр артыҡ аҡса сығар­ғығыҙ килмәһә, айырым де­тал­дәргә иғтибарҙы артты­ры­ғыҙ. Мәҫәлән, киң ялтыр ҡа­йыш, зауыҡлы муйынсаҡ таҡ­һағыҙ, ғәҙәти аҡ блузка ме­нән ҡара юбка ла бик тә бай­рам­са төҫ аласаҡ. Әйткән­дәй, ҡайыштар бөгөн модала.

l Мотлаҡ прическа, маки­яж, маникюр эшләтегеҙ. Йылына бер тапҡыр килгән байрамда былар өсөн аҡса йәлләмәгеҙ.

l Туфлиға ныҡ иғтибар ите­геҙ. Әгәр хәлегеҙҙән килһә, байрамса образығыҙға ярашлы итеп яңыны һатып алырға тырышығыҙ.

l Ҡыҙыл төҫ менән бик һаҡ булығыҙ. Теләйһегеҙме-юҡ­мы, ул иғтибарҙы нығыраҡ йә­леп итәсәк. Шулай ҙа ҡыҙыл­дан кейенергә йөрьәт итһәгеҙ, тырнаҡтарығыҙҙы тәбиғи төҫкә буяғыҙ, үтә күренмәле йәки ҡуйы ҡыҙыл (бордовый) помада һайлағыҙ.

l Мода белгесенән һуңғы кәңәш: байрам барышында кейемегеҙ хаҡында уйлама­һағыҙ, тимәк, барыһы ла урынында. Кейем һеҙҙән өҫтөн булмаһын, ул һеҙгә хеҙмәт итергә тейеш.

(“Аргументы и факты” гәзите мәғлүмәттәре файҙаланылды).
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ya-y-yyl-kis-en-nim-keyerg-/
Читайте нас