Новости
20 Декабрь 2019, 06:00

“Уның дуҫы ла, ҡатыны ла булманы"

Кисә Лубянкалағы Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте бинаһы янында булған көтөлмәгән ваҡиға йәшен тиҙлегендәй таралды... Атыш һөҙөмтәһендә ведомствоның бер хеҙмәткәре һәләк булды, дүрт кеше төрлө кимәлдәге яралар алды. Һөжүм итеүсе юҡ ителгән.

Фажиғә хәүефһеҙлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған концерт ваҡыты менән тап килде. Унда ҡотлау һүҙе менән ил Президенты Владимир Путин сығыш яһаны.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, енәйәтсе Евгений Манюров Мәскәү өлкәһендә йәшәгән, уға 39 йәш булған. "Вaza" баҫмаһына биргән интервьюла әйтеүенсә, әсәһе улының эштән киткәнен коллегаһы аша ғына белеп ҡала.
”Телефон аша инглиз телендә ғәрәптәр менән һөйләшкәнен генә ишеткеләнем. Уның яҡын дуҫтары булманы, кеше менән аралашманы, өйләнмәне, армияла хеҙмәт итмәне. Янына бер кем дә килеп йөрөмәне”, - тигән әсә.
Бөтә яратҡан эше атыу менән шөғөлләнеү булған. Тәфтиш хеҙмәткәренең әйткән һүҙҙәренә таянып, РЕН ТВ ирҙең өйөндә тентеү үткәрелеүен, ете берәмек ҡорал теркәлгәнен хәбәр итә. Уның атыш турнирҙарында ҡатнашҡаны билдәле. 2014 йылда эшҡыуар булып теркәлеп, коммерция һәм идара итеү буйынса консультация ойошторған. Һуңғы осорҙа һаҡсы фирмаларында эшләгән. Ниндәй уй, сәбәп менән енәйәткә барғаны асыҡ түгел.
Фото: Epa./vostock
Читайте нас