Новости
20 Декабрь 2019, 09:25

ТОРБА (Юмореска)

Бибинур әбей, иртәнге намаҙын тамамлағандан һуң, тиҙ-тиҙ генә кейенде лә машиналар паркына ҡарай йүнәлде. Шәп атлағанлыҡтан тыны ҡыҫылып, диспетчерскийға килеп керҙе. Башта кеше күплектән ҡаушап китте.

– Һем-һем, һаумыһығыҙ, балаҡайҙар, – тип буш урындыҡҡа ултырып, ике ҡулы менән битен һыйпап ҡуйҙы.
Ишектән кем керһә лә, боролоп ҡарамаҫҡа күнеккән шоферҙар, ниндәйҙер бер командаға буйһон­ғандай, был юлы барыһы ла боролдо. Механик үҙе һүҙ башланы

– Йә, әбей, ни йомош? – тине, мөләйемерәк булырға тырышып.

– Ни йомош, тип ни, балаҡайҙар, торбаға барырға машина яҙҙы­рырға килгәйнем.

– Ниндәй торба, әбей, аңла­тыбыраҡ һөйлә әле.

– Торба тип ни, анау сыйырсыҡ ояһы булһа ла ярай.

Барыһы ла ғәжәпкә ҡалды.

– Юҡ, әбей, бер нимә лә аңла­майым, ниндәй торба, ниндәй сыйырсыҡ ояһы? – тине механик, түҙемлеген юғалтып.

– Эй, илаһым, бигерәк донъянан артта ҡала башлағанһығыҙ икән, балаҡайҙар. Ана, яңыраҡ күршем Ғилминиса, машина яҙҙырып алып, утынға барғайны. Барғайны тип, үҙе бармаған. “Әбей, һин йөрөмә, үҙем генә алып ҡайтам”, – тигән шофер егет. Ғилминиса уны-быны уйлап тормаған: “Эй, балаҡайым, ағас урынына ниндәйҙер торбалар тейәп ҡайтҡанһың бит, бер үк кире алып китә күр инде”, – тигән. “Борсолма, әбей, күрше малайҙарға сыйырсыҡ ояһына бирерһең”, – тигән шофер егет, шаяртып.

Бибинур әбей, шул урында туҡтай биреп, кет-кет көлөп алды. Һәр береһе эшкә барырға ашыҡһа ла, оло кешенең һүҙен бүлдерергә баҙнат итмәне.

– Ғилминиса әбей “миңә торба алып ҡайттылар” тип кешеләргә һөйләп йөрөгән. Шунан күп тә үтмәй, әллә ниндәй кешеләр килеп йөҙәтә: “Әбей, ҡайҙа торбаларың? Беҙ – һыу үткәреүселәр, торба эҙләйбеҙ, һеҙҙә бар тип ишеттек”. Күрһәткән ти тегеләргә торбаларын. “Эй, әбекәй, былар бит торба түгел, эсе сереп ҡойолған ағас”, – тип көлөп сығып киткәндәр.

Ғилминиса әбейҙең “торбалары” әрәм булмаған, күрше малайҙары сыйырсыҡ ояһына киҫеп алып бөткән. Хәҙер урамыбыҙҙа сыйыр­сыҡ оялары күҙгә күренеп артты. Бына шулай, балаҡайҙарым, машина яҙып биргәндә, торбаға тип түгел, ә утынға тип яҙа күр инде... – тине Бибинур әбей.


Автор: Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/torba-yumoreska/
Читайте нас