Ингаляция
Күптәрҙең яратҡан ысулы был. Саҡ ҡына тамаҡ төбө ҡысый башлаһа, йә иһә йотҡанда ауыртыу тойһа, күптәр ингаляция яһарға тотона. Улар төрлө була: парҙағы, ультратауышлы, халыҡ саралары менән (эҫе һыу, картуф өҫтөндә тороу). Бигерәк тә пар менән яһағандары зыянлы. Был дауаны үҙ-үҙеңә билдәләүҙең ҡурҡынысы шунда: әгәр ҙә тамаҡ төбөндә елһенеү икән, ул быуылыуға килтереүе бар, ингаляция ошо ихтималлыҡты арттыра ғына. Быуылыуҙың тәүге билдәләре – тын алыу ауырлаша, тамаҡта сит әйбер торған кеүек тойола. Ингаляция менән йылытыу иһә елһенеүҙе арттыра, шуға тонсоғорға мөмкин. Был хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик тиҙ була. Тән температураһы юғары булғанда ла ингаляция яһау тыйыла. Ғөмүмән, табип менән кәңәшләшмәйенсә был ғәмәлдән тыйылығыҙ.
Сәбәпһеҙ антибиотиктар ҡулланмағыҙ
Тамаҡ ауырта башлау менән дарыуханаға антибиотик алырға йүгереү ҙә – ҙур хата. Күптәр, мәҫәлән, йотоу ауырлашыу менән, ангина башланды, тип уйлай. Ысынбарлыҡта иһә был билдә әллә күпме ауырыуҙың башы булыуы ихтимал. Бигерәк тә нигеҙендә вирустар ятһа, антибиотиктан бер файҙа ла булмаясаҡ.
Күптәрҙең уны үҙенә үҙе тәғәйенләүе лә билдәле. Был – ахмаҡлыҡ, “ҡасандыр шундай дарыу эскәйнем, килешкәйне, был юлы ла ярар” тигән нигеҙләү урынһыҙ, һеҙ һаулығығыҙҙы йүнәтеү түгел, киреһенсә, уға оло зыян килтерәсәкһегеҙ. Ангина тип шикләнһәгеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ: ул дөрөҫ диагноз ҡуясаҡ, дарыуҙар билдәләйәсәк.
Кәрәге лә тейеүе ихтимал
Үрҙә телгә алынған хәлдең киреһе булыуы ла бар. Ҡайһы берәүҙәр, зыяны күп тип, антибиотиктарҙан баш тартыуы мәғлүм. Ангина, мәҫәлән, антибиотикһыҙ дауаланмай, ул – етди һәм ҡурҡыныс сир. Тамаҡ сайҡатып ҡына уны еңеп булмай, үҙе лә үтмәйәсәк.
Классик ангина билдәләре: юғары тән температураһы, ул төшмәй йонсота, тамаҡ иҫ киткес ныҡ ауырта. Был осраҡта түшәктә ятырға кәрәк, махсус терапия талап ителә, үлән төнәтмәләре һәм тамаҡ ауыртыуын баҫҡан таблеткалар булырға тейеш түгел. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ангина ҡатмарлашҡан осраҡта йөрәк, бөйөр, быуындар кеүек ағзаларға етди зыян килә.
Кәрәсиндең файҙаһы бармы?
Ишек алдында ХХI быуат булып, дауаханалар дарыуҙарҙан һығылып торһа ла, бәғзеләр боронғо алымдар менән тамағын дауаларға тырыша. Мәҫәлән, кәрәсинде генә алайыҡ. Ул кешенең һаулығына зыян килтереү генә түгел, үлтереүе лә ихтимал. Кәрәсин – үтә канцерогенлы матдә, бензин төҫлө. Уның менән тамаҡ сайҡатыу, ауыртҡан урынға һылау, ауыҙ ҡыуышлығын таҙартырға маташыу – төптө хата, хәүефле ғәмәл.
Кәрәсиндең тамаҡта, ауыҙ ҡыуышлығында онкологик сирҙәр үҫешеүенә килтереүе лә бар, был фәнни яҡтан иҫбатланған.
Дөрөҫ сайҡата белегеҙ
Терапияның тағы бер таралған төрө – тамаҡты сайҡатыу. Бының өсөн махсус тәғәйенләнгән ҡатнашма һатып алһағыҙ – бер эш, әммә күптәр ҡул аҫтында нимә бар, шуның менән эш итә. Сода, тоҙ, йод, үлән төнәтмәләре – нимә генә юҡ был исемлектә! Унан һуң, бәғзеләр, матдәне күберәк һалһаң, файҙаһы күберәк, тип уйлай, шуға ла бер ҡалаҡ тоҙ урынына өстө һала. Ә уның тамаҡтағы лайлалы мөхиткә ҙур зыян килтереүен, уны киптереүен уйлап та бирмәй. Сода ла тамаҡ ҡысытып торған хәлде киҫкенләштерә, ауыртыу ҙа баҫылмаясаҡ.
Халыҡ ысулдары урынлымы?
Йәмғиәттә халыҡ ысулдарына ышаныу киң таралған. Мәҫәлән, тамаҡ ауыртыуын һуған, һарымһаҡ, имбирь йә башҡа ҡул аҫтындағы сара ҡотҡара, тип ышанғандар бар. Әммә был “мыҫҡыллауҙан” һуң тамаҡтың хәле ниндәй булғанын беләһегеҙме? Был асыҡ яраға спирт ҡойоуға тиң, ул тирене яндыра, йөйҙәр хасил була. Бәғзе ысулдар тамаҡҡа ла шулай тәьҫир итә.
Киреһенсә, тамаҡ ауырта башлау менән диетаға күсеү фарыз, йомшаҡ, һөтлө аштар ҡулланырға кәңәш ителә. Бутҡа, кисель, йогурттар ҙа урынлы. Аш артыҡ эҫе лә, һалҡын да булмаһын.
Таблеткалар һәр осраҡта дауамы?
Тамаҡ ауыртҡанда имә торған таблеткалар күптәргә һәр ваҡыт ярҙам итә кеүек тойола. Әммә был антисептиктарҙың әллә ни файҙаһы юҡ: кеше берҙе ҡулланғандан һуң уларға тағы һәм тағы үрелә, өс көндән артыҡ ҡулланырға ярамай тигән тыйыуҙы ла инҡар итә, башҡа ағзаларына зыян килә икән, тип уйламай. Мәҫәлән, шундай таблеткаларҙы көнөнә дүртәүҙән артыҡ файҙаланһаң, эс ауыртыуы ихтимал. Иң яҡшыһы – табипҡа барығыҙ, хәлегеҙ булмаһа, өйөгөҙгә саҡырығыҙ. Белгес кенә дөрөҫ дауалау билдәләй ала. Уның әйткәнен үтәһәгеҙ, тиҙерәк һауығырһығыҙ.