Был ризыҡты әҙерләү өсөн 700 грамм һыйыр ите, ике аш ҡалағы он, бер аш ҡалағы көнбағыш майы, бер стакан ит һурпаһы, башлы һуған, алты картуф, ике кишер, сельдерей, ҡара борос кәрәк буласаҡ.
Башта һыйыр итен бәләкәйерәк киҫәктәргә ҡырҡып, онда әүәләйбеҙ. Утта табаны ныҡ итеп ҡыҙҙырып, көнбағыш майында ит ҡыҙарғансы ҡурып алабыҙ. Шунан ит һурпаһы, ваҡлап туралған һуған ҡушып ебәрәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, талғын ғына утта бер сәғәт быҡтырабыҙ. Артабан кишер менән картуфты таҙартып турап һурпаға һалабыҙ. Ҡара борос өҫтәйбеҙ. Ҡапҡасын ябып, тағы ла ярты сәғәт бешерәбеҙ. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ әҙер.