Новости
20 Декабрь 2019, 17:50

Төп бурыс – урмандарҙы һаҡлау

Рәсәй Урман хужалығы федераль агентлығы “Экология” милли проектына ярашлы быйылдан “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашыра башланы.

Федераль проектта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ла әүҙем ҡатнаша. Башҡортостанда төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 2,2 миллиард һум күләмендә аҡса һалынасаҡ. Был турала Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов журналистар менән осрашыуында белдерҙе.
2024 йылға урманды тергеҙеү буйынса күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйылған.
Әлфиә Хәмитова. "Башинформ".
Читайте нас