Уға ни бары 21 йәш. Түбәнге Ташлы ауылында Венера менән Фәүзәт Харисовтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуған. Ике малайҙан һуң ҡыҙ баланы, әлбиттә, мөхәббәткә һәм йылылыҡҡа сорнаған, әммә алда ниндәй һынауҙар көткәнен генә аңғармағандыр бәхетле ата менән әсә... Эльвина бер йәшкә етеп барғанда ултыра ла, баҫа ла алмағас, уны баш ҡала табиптарына күрһәткәндәр. Һөҙөмтә шаҡ ҡатырырлыҡ булған: балалар церебраль фалижы тигән диагноз ҡуйғандар...
Бәләкәс кенә ҡыҙға үҙ ғүмерендә бихисап операциялар кисерергә, дауаханаларҙа һанһыҙ ятырға тура килгән, әммә ҡәҙерле сабыйының һаулығы рәтләнеренә өмөтләнгән яҡындарын был туҡтата буламы һуң?!
Физик үҫешендә тайпылыштар булыуына ҡарамаҫтан, Эльвина һәләтле, аҡыллы, маҡсатлы ҡыҙ булып үҫкән. Ул Өфөләге коррекцион белем биреү учреждениеларының береһендә дистанцион белем алған, инглиз телен теләп өйрәнгән. Шулай уҡ күңеленә ятҡан, уға тыныслыҡ һәм йәшәйешенә йәм биргән шөғөлө бар – ҡул эштәре. Был бик файҙалы ла: моториканы үҫтерә, мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Әйткәндәй, яҡташтары сәмле ҡыҙҙың яҙмышына битараф түгел. Шаран телевидениеһынан Эльвина Харисова тураһында сюжет күрһәтелгәс, махсус коляска бүләк итеүселәр табылған. Урындағы телевидение ярҙамында ҡыҙҙың ҡул эштәренән махсус күргәҙмә лә ойошторолған. “Алмас мозаикаһы” тигән йүнәлештә булдырылған ҡул эштәре, ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ. Эльвинаға һәр хәрәкәт ниндәй ауырлыҡ менән бирелгәнен иҫәпкә алһаҡ, ҡыҙҙың тырышлығына, маҡсатҡа ынтылыусанлығына хайран ҡалырлыҡ. Әйткәндәй, ул ошо матурлыҡты үҙ иткәндәрҙән заказдар ҙа ҡабул итә, картиналарын бар күңел йылыһын һалып, ысын күңелдән, ихлас эшләй.
Эльвина Харисова бер йыл урындағы “Шаран телевидениеһы һылыуҡайы” бәйгеһендә еңеү ҙә яулаған, ә данлыҡлы паралимпия чемпионы Рима Баталова тырыш ҡыҙға кәрәкле ҡорамалдар алыуға сертификат тапшырған.
Бына шундай шәп ҡыҙ йәшәй Шаран ерендә. Эльвина менән интернетта хат алышҡанда унан ошондай хат юлдары килде: “Нимә генә булмаһын, моңһоуланып ултырырға кәрәкмәй, йылмайып йәшәргә тырышыу зарур. Тормош дауам итә, һәр көндөң ҡәҙерен белергә кәрәк!”
Афарин, ҡаһарман йөрәкле ҡыҙ! Һиңә һаулыҡ һәм уңыштар юллайбыҙ!