Новости
20 Декабрь 2019, 18:27

Үлтергән дә төрөп ташлаған

20 декабрҙә Борай районының Таңғатар ауылынан бер нисә көн элек хәбәрһеҙ юғалған 38 йәшлек ирҙең мәйете табылған. Уның кәүҙәһен тоҡсайға төрөп, йылға ярындағы канауға ташлап киткәндәр.

Һәләк булған ир 13 декабрҙә йортонан сығып китә һәм башҡаса әйләнеп ҡайтмай. 19 декабрҙә полиция хеҙмәткәрҙәре урындағы йылға буйҙарын тикшергәндә бер тоҡсайға юлыға. Уны асып ҡарағас, шаҡ ҡаталар: эсенән кеше кәүҙәһе килеп сыға. Мәрхүмдең муйынында бер нисә бысаҡ яраһы була. Ирҙең кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына оҙаталар.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре яҡынса ғәйепләнеүсене белгәндер, күрәһең, улар кәүҙәне тапҡас, туп-тура һәләк булған ирҙең 63 йәшлек күршеһенә йүнәлә. Шул йортта ҡан эҙҙәрен, сәс табалар. Хоҡуҡ һаҡсылары был әйберҙәрҙе криминалистарға тикшереүгә ебәрә. Тентеү үткәргәндә полиция хеҙмәткәрҙәре йортта 25 бысаҡ һаҡланыуын да асыҡлап, уларҙы ла экспертизаға оҙата.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас