Ике аҙна дауамында һәр кем «Башҡортостан» концерт залында әлеге акцияға ҡушыла ала. Бының өсөн дөйөм Дуҫлыҡ сылбырына теләһә ниндәй телдә дуҫлыҡ, тыныслыҡ, изгелек тураһында яҙыу менән сылбыр йәбештерергә кәрәк.
Флешмобты «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы уҙғара. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – республикала Рәсәй милләтенең берҙәмлеген һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫешен нығытыу. Әлеге ваҡытта Башҡортостан этник биҙәклелек буйынса Рәсәйҙә, Дағстандан ҡала, икенсе урынды биләй. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акцияның бурыстарының береһе — республикабыҙ халыҡтарының мәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡларға ынтылыу.