Новости
20 Декабря 2019, 09:30

“Бер минутҡа һуңлаһам, ҡумыҙсы булмаҫ инем...”

Донъяла дүрт меңләп уҡыусыһы бар.

Милли музыка ҡоралыбыҙ ҡумыҙ оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған егет бала сағынан йыр-моңға сорналып үҫкән. Шуға уның бар донъяға ҡумыҙсы булып танылыуы ла ғәжәйеп хәл түгел. Өҫтәүенә ул – һоҡланғыс ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Гөлгөнә менән туған телебеҙҙә матур аралашҡан, сәнғәткә, мәҙәниәткә ғашиҡ өс бала тәрбиәләй. Беҙгә уның менән улы Азаматты Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәргә әрме хеҙмәтенә оҙатҡан мәлдә осрашып һөйләшергә насип итте. Ваҡыты тығыҙ булһа ла, һорауҙарға бик ихлас яуап бирҙе Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы. Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә һүҙ халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле музыка ҡоралдарының береһе булған ҡумыҙҙа уйнау сәнғәте, халыҡ ижады, тәрбиә һәм башҡалар хаҡында бара.

– Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы, ҡумыҙсы булараҡ тәүге тәжрибәгеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
– Беҙҙең Мәсетле яҡтарында элек-электән гармунда, ҡумыҙҙа уйнау киң таралғайны. Әсәйем мандолина сиртә ине, ғүмере буйы йыр-моңдан өҙөлмәне. Ул ауылы­быҙҙан дүрт саҡрым алыҫ­лыҡта­ғы ялан кухняһында ашнаҡсы булып эшләне. Ошо араны әсәйем ха­лыҡ йырҙарын йырлап үтә, ә мин уның артынан ҡалмай, хислә­неп тыңлап бара торғайным. Бына ошондай мәлдәрҙә күңелемдә сәнғәткә һөйөү уянғандыр, тим.

11 балаға ғүмер биргән әсәйем, шулай итеп, колхоз, йәмәғәт эштә­ренә лә, мәҙәниәт сараларына ла өлгөрә ине. Ул мандолинала уй­наны, халыҡ йырҙарын үҙенсә­лекле башҡарҙы, фамилиябыҙҙы йөрөт­кән ғаилә ансамбленә лә нигеҙ һалды. Ҡасандыр биш-алты кеше­нән торған төркөмдә хәҙер 74 кеше иҫәпләнә. “Мираҫ” тип исемләнә ул. Был ансамбль менән күп ерҙәрҙә сығыш яһаныҡ, әллә күпме еңеүҙәр яуланыҡ.

Ә хеҙмәт юлымды баш ҡа­лалағы Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия­һын­да башла­ғайным. Унда баш­ҡорт мәҙәниәте, милли көрәш һәм ҡумыҙ буйынса балаларға дәрестәр бирҙем. Ошо уҡыу йортонда 25 ҡу­мыҙсынан торған ансамбль ойош­торҙом. Өҫтәүенә бер ваҡыт данлыҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов гимназияға концерт менән килгәйне. Уның нисек уйнағанын хайран ҡалып тыңлап торҙом да аҙаҡ тәжрибәм менән уртаҡ­лаштым. Ул миңә: “Ҡумы­ҙыңдың тауышы бик яңғырауыҡлы. Тырышырға кәрәк, һинән ҙур кеше сығасаҡ”, – тигәйне. 1998 йылда бар донъяға танылған Роберт Заһретдинов менән Австрияға ҡумыҙсылар конкурсына барыу бәхете тейҙе. Бына ошо сәфәр алдынан ҡыҙыҡ хәл булды: Австрияға юлланған поезд ҡуҙғалып киткәйне, мин уның артынан ҡыуып, һуңғы вагонына менеп өлгөрҙөм. Әгәр бер минутҡа һуңлаһам, ҡумыҙсы булмаҫ инем, тип уйлайым.

– Сүкеш һәм һандал ярҙа­мында эшләнгән бәләкәй генә музыка ҡоралы ауырлығы буйынса еңелме?
– Эйе, күптәр ҡумыҙҙы еңел музыка ҡоралы тип уйлай. Ысынлап та, уның бер генә теле бар. Ошо тел ярҙамында бар көйҙәрҙе сыға­рып ҡына түгел, тамашасы күңе­ленә үтеп инерлек итеп башҡа­рыр­ға кәрәк. Конкурстарҙа ҡатна­шыу өсөн дә уйнау техникаһын ғына белеү етмәй, тағы импровизация, музыкаллек ҡеүәһе лә талап ителә.

Импровизация – ул бар тәбиғәт тауыштарын да теүәл башҡарыу алымы. Ә миңә был һәләтте асырға бала саҡта атайым менән бергә һа­рыҡ көтөү ярҙам итте. Был, әлбит­тә, еңел эш түгел ине, тик бына тә­биғәт менән ара­ла­шыуҙан оло кинә­нес таба башланым һәм аҙаҡ тор­мошом­да ошо ваҡыттың бик мөһим урын биләгәнен аңла­ным. Шишмә-йыл­ғалар сылтырауын, төр­лө мал тауышын, ҡош­тар һайрауын, хатта ел иҫеүен дә күңелем менән тойоп, ҡумыҙ аша яңғырата башланым.

– Өҫтәүенә ҡумыҙ сәлә­мәтлек өсөн дә файҙалы бит әле!
– Эйе, ысынлап та, элек был уйын ҡоралы төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн дә файҙаланылған. Уның моңо, вибрацияһы баш ауыртыуын бөтөрә, ҡан баҫымын нормала тота, быума, бронхит кеүек сир­ҙәрҙән дауалай, тын юлдарын та­ҙарта. Бынан тыш, ҡумыҙ теленең ҡалтырауы теш-ҡаҙналарға массаж яһай. Ҡумыҙҙың кеше сәләмәтлеге өсөн ошондай ҡабатланмаҫ ши­фаһы бар.

– Сәләмәтлек тигәндән, бала саҡтан спорт менән дуҫ булғанһығыҙ икән...
– Ағайҙарымдан үрнәк алып үҫкәс, улар кеүек йүгереүҙе, саңғыла шыуыуҙы, һыбай йөрөүҙе, көрәш менән мауығыуҙы ғәҙәти хәл тип ҡабул иттем.

Спорт – ул бик ҡатмарлы, яуаплы өлкә. Көрәштең ҡаҡ ерҙә үткәрелгәнлеге хәтеремдә уйылып ҡалған. Был осраҡта тәү сиратта үҙеңдең һаулығыңды һәм бәйге­сенең именлеген уйларға тура килә, әммә имгәнеүҙән берәү ҙә азат түгел ине. Еңеү хаҡына бары­һына ла түҙә торғайныҡ. Ә егеттәр өсөн ул осорҙа һабантуйҙан тәкә йөкмәп ҡайтыу үҙе бер ҙур мәртәбә булды.
Милли көрәште үҙ итһәм дә, яҙмыш елдәре Мәсәғүт педагогия училищеһына илтте, артабан белемемде камиллаштырыу өсөн Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға индем.

– Шуныһы үҙенсәлекле: һеҙ сәхнәләрҙә сығыш яһап ҡына йөрөмәйһегеҙ, ҡумыҙ сәнғәтен үҫтереүгә, башҡаларға ла ошо сәнғәттә үҙ юлын табырға ярҙам итәһегеҙ...
– Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшлә­гән осорҙа республикала һәм күрше тө­бәк­тәрҙә йәшәгән яҡташ­та­рым алдында лекция-концерттар менән сығыш яһай инек, теләге бул­ған­дарҙы ҡурайҙа, ҡумыҙ­ҙа уйнарға өйрәттем. Балалар менән эшләүе лә ҡыҙыҡ. Дәрес­тәрем йәмғиәтте сәнғәткә яҡынай­тырға ярҙам итмәй ҡалмай, милли ҡоралыбыҙ үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай. Уның моңо быуын­дан-быуынға тапшырылырға, бына ошо сылбыр һис тә өҙөлөргә тейеш түгел.

– Өҫтәүенә ғаилә ансамбле­геҙ ҙә бар бит әле. Ошо хаҡта ла һөйләһәгеҙ ине.
– Ҡатыным Гөлгөнә менән беҙҙе сәнғәт таныштырҙы һәм ҡауыш­тырҙы тиһәм, һис хата булмаҫ. Башҡорт дәүләт университетында белем алған саҡта “Йәнгүзәл” ансамбле менән бергә республика һәм ил буйлап гастролдәргә сыға инек. IV курста уҡығанда райо­ны­быҙҙың йәштәр ойошмаһы етәксеһе итеп һайлап ҡуйғайнылар. Ошо осорҙа өс туған ҡустым “Дуҫлыҡ” ансамблендә бейегән ҡыҙҙар менән таныштырҙы. Улар араһында Гөлгөнә лә бар ине. Өҫтәүенә ул яҡташ булып сыҡты. Бына ошо осрашыу бар тормошомдо үҙгәртте.

Ғаилә ансамблебеҙ “Республика” тип атала. Район, республика, ил кимәлендәге төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, күп еңеүҙәр яуланыҡ һәм донъя кимәленә сыҡтыҡ. 26 октябрҙән 2 ноябргә тиклем Төркиә­лә ҡумыҙсылар конкурсы үткәрел­гәйне. Унда Америка, Һиндостан, Германия, Франция, Азербайжан, Төркиә илдәренән, Рәсәйҙән Саха (Яҡут) Республикаһынан килгәйне­ләр, Башҡортостандан беҙ ҡатнаш­тыҡ. Дүрт I һәм ике II урын яуланыҡ.

– Гәзит уҡыусыларға ғаилә­геҙ тураһында ла һөйләһәгеҙ ине.
– Белеүегеҙсә, әле улыбыҙ әрме сафтарында хеҙмәт итә. Өлкән ҡыҙыбыҙ Ләйсән Башҡорт дәүләт университетының магистра­тура­һында уҡый, эшҡыуарлыҡ серҙәрен өйрәнә. Ә бәләкәй ҡыҙыбыҙ Илүзә – баш ҡалалағы М. Кәрим исе­мендәге башҡорт гимназияһының II класс уҡыусыһы.

– “Йәш ғаилә” бәйгеһендә, “Ғаилә ҡиммәттәре” тип аталған фестивалдә еңеүсе тип танылғайнығыҙ...
– Эйе, тәүге бәйге 1998 йылда ойошторолғайны. Ул осорҙа беҙҙең ғаиләне Мәсәғүттә асылған яңы лицей-интернатҡа эшкә саҡырғай­нылар. Дүрт йыл буйы унда баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте, ҡумыҙ, милли көрәш буйынса балаларға белем бирҙек. “Ғаилә ҡиммәттәре” тип исем­ләнгән сара былтыр ойошторолдо.

Ғаилә ансамбле менән Баш­ҡортостан Башлығының бүләгенә “Өлгө ал!” бәйгеһендә лә еңеп сыҡтыҡ. Беренсе урынға автомобиль алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырғайнылар. Ошо машина хәҙер эшебеҙҙә ныҡ ярҙам итә: республикабыҙ һәм ил кимә­лендә халыҡты ҡумыҙҙа уйнау, милли биҙәүестәр эшләү серҙәренә өйрәтәбеҙ, оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ.

Баш ҡалалағы “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығы Радий Хә­бировтың республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжә­ғәтнамә менән сығыш яһау сара­һына ғаиләбеҙ менән саҡырыу ҡа­ғыҙы алдыҡ. Радий Фәрит улының ғаиләбеҙҙе башҡаларға өлгө итеп ҡуйыуы – беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ, яуаплылыҡ, шатлыҡ!

– Бынан тыш, йәш быуынды тәрбиәләүҙә атайҙар роленең мөһим икәнлеген билдәләгән “Иң яҡшы атай” исеменә лайыҡ булыуығыҙ бигерәк мәртә­бәле...
– Һәр иртә Башҡортостан юлдаш телевидениеһын йәки “Юлдаш” радиоһын ҡабыҙам. Был туған телебеҙҙә даими аралашыуға тәь­ҫир итмәй ҡалмай. Балаларыма ла иң тәү сиратта башҡорт телен яҡ­шы белергә тейешһегеҙ тип өйрәтәм, ә ҡалған телдәрҙе тормош үҙе лә өйрәтә ул. Туған телдә һөй­лә­шеүгә һөйөү ғаиләлә үҙ-ара ара­ла­шыуҙан башлана, тип иҫәпләйем.

– 2011 йылда Бөтә донъя варган музыкаһы бәйгеһенең еңеүсеһе тип танылдығыҙ һәм “Донъяның виртуоз ҡумыҙ­сы­һы” исеменә лайыҡ булдығыҙ. Был мәртәбәле исем донъяла егерме йылға бер тапҡыр ғына бирелә. Нисек ошондай олуғ бәйгелә еңеп сығыу бәхетенә өлгәштегеҙ?
– Бала саҡта атайым “Нимә эшләһәң дә, бар күңелеңде һалып башҡар” тип өйрәтә торғайны. Ғүмерем буйы бына ошо принциптан тайпылмаҫҡа тырышам. Был конкурсҡа килгәндә лә, үҙемә еңергә тигән маҡсат ҡуйғайным, шуға көнө-төнө әҙерләндем.

Әйткәндәй, “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” тигән исемгә 18 кеше лайыҡ булған. Улар араһында остазым Роберт Заһретдинов та бар.

– Ижади фестивал­дәрҙә, бәйгеләрҙә һәм башҡа сара­ларҙа йөрөгәндә төрлө уйын ҡоралдарын йый­ғанһығыҙҙыр әле?
– Эйе, ысынлап та, төрлө уйын ҡоралдарынан торған коллекциям бар. Унда – ҡумыҙҙың ғына 40-ҡа яҡын төрө. Америка, япон, филиппин һәм башҡа халыҡтарҙыҡы улар. Барыһының да үҙенсә ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлеге бар.

– Бөгөн донъяла уҡыусы­ларығыҙ күпме?
– 1995 йылдан алып иҫәпләгәндә, уҡыусыларымдың һаны дүрт меңгә барып етә. Хәҙер улар үҙҙәре ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен өйрәтә. Балаларға был милли уйын ҡоралында уйнап китеү ауырыраҡ, әлбиттә, әммә улар ҙа тырыша.

Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеү дәрес­тәре менән мәктәптәргә, балалар йорттарына йөрөйбөҙ. Йәй көндә­рендә хатта ҡала парктарында ла теләге булғандарҙы был милли уйын ҡоралы серҙәренә өйрәтәбеҙ.

– Киләсәккә ниндәй уй-пландар ҡораһығыҙ?
– Киләһе йыл, Өфөлә Фольклориаданы үткәргән мәлдә, донъя рекордын ҡуйырға хыялланабыҙ: бер юлы 2020 ҡумыҙсы сығыш яһаясаҡ. Ҡумыҙ моңон бар планета ишетергә тейеш. Беҙ тотош ғаиләбеҙ менән ошо милли уйын ҡоралыбыҙ бар ерҙә лә киң билдәлелек яулаһын өсөн ҡулдан килгәнсә барыһын да эшләйбеҙ.

Тағы бер хыялым бар – килә­сәктә халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралдарында уйнау йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау өсөн үҙемдең мәктәбемде асыу.

– Бар уй-ниәттәрегеҙ тормош­ҡа ашһын, ҡумыҙыбыҙ шулай бар донъяға яңғырап торһон!


Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/ber-minut-a-u-la-am-umy-sy-bulma-inem-/
Читайте нас